Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Октябрь 2022, 14:36

Помидорҙан һут

Һут өсөн өс килограмм помидор, ике балғалаҡ тоҙ, бер аш ҡалағы шәкәр кәрәк.

Помидорҙан һут
Помидорҙан һут

Әҙерләү: башта помидорҙарға тышы әрселһен өсөн ҡайнаған һыу ҡоябыҙ. Уларҙы ит турағыс йәки блендер аша үткәрәбеҙ ҙә, орлоҡтары төшмәһен өсөн һөҙгөс аша һөҙәбеҙ. Шунан эмалле һауытҡа һалып талғын ғына утта ҡайнатабыҙ. Тоҙ, шәкәр ҡушабыҙ.

Ҡайнап сыҡҡас, өҫтөндәге күбек бөткәс һүндерәбеҙ. Сода менән таҙа итеп йыуылған ҙур ашнаҡсы ҡалағы менән стерилләнгән банкаларға ҡойоп, ҡапҡасын ябабыҙ. Һыуығас, ҡояш нуры төшмәгән урында һаҡлайбыҙ.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: