Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Октябрь 2022, 15:52

Тыуған көнөң менән, Республикам!

Башҡортостанымда оло байрам - Республика көнө. Был байрам тарихи үткәнде, бөгөнгөнө һәм киләсәкте бергә бәйләй. 

Тыуған көнөң менән, Республикам!
Тыуған көнөң менән, Республикам!

Тыуған көнөң менән, Республикам,
Татыулығы һәр бер милләттең.
Тыныс йәшәү һинән, минән тора,
Тыныс йәшәү менән ҡиммәтһең.

Башҡортостанымда оло байрам - Республика көнө. Был байрам тарихи үткәнде, бөгөнгөнө һәм киләсәкте бергә бәйләй. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Республикаһы үҙаллы дәүләт итеп билдәләнде. Ошо көндән алып еребеҙгә, тәбиғәт байлыҡтарына үҙаллылыҡ алдыҡ. Үҙаллылыҡ милләттәр азатлығы бирҙе, һәр милләт үҙенең мәҙәниәтен өйрәнергә, туған телендә белем алырға мөмкинлек алды. Башҡорт теле рус теле менән бер рәттән дәүләт теле итеп иғлан ителде. Был хаҡта киләсәк быуын белһен өсөн балалар уҡыу үҙәге «Күк ҡош»та Республика көнөнә арналған тематик саралар үтте. Өлкән класс балалары абонементында «Һинең хаҡта, Республикам» исемле китап
күргәҙмәһе асылды. Унда йыйылған әҙәбиәт аша китап һөйөүселәребеҙҙе Башҡортостан Республикаһының тарихи үткәне менән таныштырһаҡ, зәңгәр экрандарҙа Башҡортостандың бөгөнгөһө сағылыш тапты.

Был көндәрҙә китапханаға килгән һәр кем күргәҙмә эргәһендә имтихан тотто тиһәк тә була. Китапханасылар әҙерләгән «Ә һин беләһеңме?» исемле викторина һорауҙарына яуап биреп, Башҡортостан тарихы буйынса белемдәрен һынап ҡарау ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та, фәһемле лә булды. Бәләкәй йәштәге балаларҙың тыуған яғын яҡшы белеүҙәре бик ҡыуандырҙы.

«Башҡортостан - һандуғастар иле» исеме аҫтында үткән информ-релиз аша китапханасы балаларға суверенитет, суверенлы республика төшөнсәләренә аңлатма бирҙе, республика булыу статусы беҙҙең Башҡортостанға ниндәй хоҡуҡтар биреүен асыҡланы. Башҡортостаныбыҙ гүзәллегенә дан йырлаған, халҡы менән ғорурланған, уның яҙмышы өсөн борсолған күренекле шағирҙарҙың шиғырҙары яңғыраны.

Бындай осрашыуҙар балаларҙа тыуған ил тураһында белемдәрен киңәйтеүгә, милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙә булышлыҡ итә. «Рухыбыҙ, телебеҙ һәм милләтебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыр өсөн беҙ янмаһаҡ, бүтән бер кем дә янмаҫ”- тигән һүҙҙәр һауала ғына эленеп ҡалмаһын өсөн, балалар менән тыуған илгә, торған ергә, үҙ башҡорт теленә һөйөү уятырҙай әңгәмәләр алып барыу бик кәрәк тигән фекерҙәмен.

Сөмбөл МЫРҘАҒОЛОВА,
«Күк ҡош» балалар уҡыу үҙәге китапханасыһы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: