Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Октябрь 2022, 15:53

Сөгөлдөрҙөң сәләмәтлеккә файҙаһы

Ҡыуаҡҡа ҡаршы. Өс литрлыҡ банкаға 1,5 л һалҡын һыу ҡойорға һәм туралған сөгөлдөр һалырға. Бер тәүлек тотҡандан һуң йылы һыу ҡушып, сәсте шуның менән йыуырға.

Сөгөлдөрҙөң сәләмәтлеккә файҙаһы
Сөгөлдөрҙөң сәләмәтлеккә файҙаһы

Мастопатиянан. Бер сөгөлдөрҙө бешереп, эре ҡырғыстан үткәрергә һәм бер ҡалаҡ алма һеркәһе ҡушырға. Ауыртҡан күкрәккә 5-10 минутҡа ошо сөгөлдөрҙө йылы килеш һалырға. Был дауалау процедураһын алты тапҡыр ҡабатларға.

Гаймориттан. Сөгөлдөрҙө ҡырғыстан үткәреп, һутын һығып алып, бер аҙ йылытҡас, шунда мамыҡты манып, 10 минутҡа бер танау тишегенә, һуңынан икенсеһенә ҡуйырға. Өс көндән һуң ауырыу юҡҡа сығыр.

Бауыр ауырыуҙарынан. Урта ҙурлыҡтағы өс сөгөлдөрҙө бәләкәй генә шаҡмаҡтарға турап, өс литрлыҡ банкаға һалырға. Ике ҡалаҡ он, 500 г шәкәр ҡушырға. Полиэтилен ҡапҡас ябып, ике тәүлеккә ҡараңғы урынға ҡуйырға. Көнөнә ике тапҡыр болғап торорға. Һуңынан 700 г таҙартылған йөҙөм, 4 стакан шәкәр, ярты стакан һыу өҫтәргә һәм ете тәүлеккә әсетергә ҡуйырға. Көнөнә бер тапҡыр болғатырға. Әҙер булғас, һөҙөп алырға. Бер литр самаһы сөгөлдөр кеүәҫе килеп сығырға тейеш. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда бер ҡалаҡ эсергә. Өс ай ял итеп алғандан һуң дауаланыу курсын дауам итергә. Бер йылдан бауыр тулыһынса таҙарып, сәләмәтләнә.

 

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: