Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Октябрь 2022, 11:35

Һуған серемәһен, тиһәгеҙ...

Һуғандарҙы ҡаҙып алғанда тышын зарарлауҙан һаҡланырға кәрәк. Еләҫ, асыҡ һауала киптерегеҙ. Һаҡларға һалыр алдынан тамырын һәм баштарын 5 см тирәһе ҡалдырып ҡырҡырға.

Һуған серемәһен, тиһәгеҙ...
Һуған серемәһен, тиһәгеҙ...
  • Боҙола башлаған һуғандарҙы ситкә алып ҡуйыу мөһим.
  • - 2-нән - + 5 температура ҡараңғы урында һаҡларға.
  • Үтә күренмәле материалдарҙан тегелгән әйбергә һалырға.
  • Төбөнә шарап шешәләренең бөкөһөн һалһаң, дымдан һаҡлар.
  • Үҙгәреүҙән температурала тоторға ярамай, тиҙ сереүгә килтерәсәк.
  • Боҙолған һуғандарҙың тышын, насарайған урындарын алып ташлап, һутһыҡҡыстан һығып алынған өлөшөн һаҡлауға ҡалдырылған һуған өҫтөнә һибеп, уларҙы асыҡ һауала киптереп алырға мөмкин. Был сереүҙән һаҡлаясаҡ.

Шулай уҡ һуғанда һығылған һутты көҙгө, тәҙрәләр йыуған һыуға һалһаң, улар ялтырап торасаҡ.

 

Башҡортостан календарынан.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: