Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Октябрь 2022, 16:42

Баландан тәмле бәлеш

Ҡамыр өсөн ярты литр һөт, 150 г аҡ май, 1 йомортҡа, 2 стакан он, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, ярты балғалаҡ сода, ярты балҡалаҡ тоҙ кәрәк.

Баландан тәмле бәлеш
Баландан тәмле бәлеш

Бәлеш эслеге өсөн 500-550 г балан, 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы крахмал , бәлеш өҫтө өсөн 1 йомортҡа талап ителә.

Йомшаҡ итеп ҡамыр баҫығыҙ. Баланды һәйбәтләп йыуығыҙ, әҙерәк (0,5 стакан самаһы) һыу, 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо ҡушығыҙ, утҡа ҡуйып томалағыҙ. Баланды һыуытығыҙ, бәлеш ҡырҡҡанда һуты аҡмаһын өсөн эсенә 1 сәй ҡалағы крахмал һалығыҙ. Ҡамырҙы икегә бүлегеҙ, уның бер бүлеме (бәлештең аҫты) ҙурыраҡ булырға тейеш. Ҡамырҙы 5–7 мм ҡалынлығында йәйегеҙ һәм майланған, онланған табаға һалығыҙ. Ҡамыр өҫтөнә һыуытылған баланды һалығыҙ, өҫтөнә әҙерәк шәкәр ҡомо һибегеҙ. Балан өҫтөнә икенсе йәймәне ҡаплағыҙ һәм аҫтағы ҡамыр менән берләштереп ситтәрен йәбештереп үрегеҙ. Бешкәндә эсендәге пар сыҡһын өсөн бәлештең өҫтөндәге ҡамырын уртаһынан тишегеҙ, шул уҡ ҡамырҙан өҫтөнә япраҡтар эшләп биҙәп тә була. Бәлеште 200 градусҡа тиклем йылытылған мейескә 20–25 минутҡа ҡуйығыҙ. Бешеп сыҡҡас, өҫтөнә йомортҡаның һарыһын һөртөгөҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: