Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Ноябрь 2022, 11:50

Файҙалы хөрмә

Янған, йәки ҡырҡылған урынға хөрмә иҙмәһен ҡаплаһаң, улар тиҙерәк уңала.

Файҙалы хөрмә
Файҙалы хөрмә
  • Хөрмәлә бета-каротин күп. Ул ҡартайыуҙы тотҡарлай һәм күҙҙәр өсөн үтә ныҡ файҙалы .
  • Көн дә ошо емеште ашағандарға пневмония менән бронхит менән сирләү хәүефе янамай.
  • Хөрмәләге калий һәм үҫемлек шәкәре йөрәк, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй.
  • Ҡан тамырҙары тарайыуҙан, ҡан баҫымы юғарылығынан һәм эс ҡатыуҙан йонсоғандар өсөн бик файҙалы емеш.
  • Хөрмәләге булған тимер, микроэлементтар ярҙамында анемиянан ҡотолорға мөмкин. Ул шулай уҡ А һәм С витаминдарына бай.
  • Һыуыҡ үткәндә, грипп менән сирләгәндә, тамаҡ ауыртҡанда 1 хөрмә һутына 100 г йылы һыу һалып, бер нисә көн эскәндә, тамаҡты сайҡатҡанда һауығыу процесы тиҙерәк булыр.
  • Депресия ваҡытында көн дә кис хөрмә ашарға тырышығыҙ. Ундағы магний, глюкоза һәм фркутоза нервыны тынысландыра, йоҡоно көйләй, йәшәүгә дәрт бирә.
Автор:
Читайте нас: