Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Ноябрь 2022, 13:02

Майһыҙ ғына ФРИ

Кәрәк: 5-7 картуф, 2 йомортҡа ағы, тәменә ҡарап тоҙ, татлы паприка, ҡара борос.

Майһыҙ ғына ФРИ
Майһыҙ ғына ФРИ

Әҙерләү:

Картуфты йыуып, 1 см ҡалынлығындағы таяҡсаларға турарға. Йомортҡа ағын күбекләнгәнсе туҡырға ла, тоҙ, паприка, ҡара боросто һалып яҡшылап болғатырға.

Туралған картуфты сөм һауытҡа һалып, тоҙло-боросло йомортҡа ағын һалып, яҡшылап бутарға да, духоваканы 200-220 градусҡа тиклем ҡыҙҙырырыға.

Махсус табаға пергамонт ҡағыҙ түшәп, картуфтарҙы теҙеп һалып сығырға. 8-10 минуттан аҫтындағы ҡағыҙҙы алып ташлап, алтын төҫкә ингәнсе бешерергә.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: