Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Ноябрь 2022, 16:28

Тапланмаһын бала күңеле

Бөтә Донъя бала хоҡуҡтары көнө сиктәрендә балалар уҡыу үҙәге - «Күк ҡош»та балалар хоҡуҡтары буйынса мәғлүмәт көндәре үтте.

Тапланмаһын бала күңеле
Тапланмаһын бала күңеле

Яңғыратып көлһәк бергә
Донъяның бар балалары,
Ер шатлыҡҡа һәм бәхеткә
Күмелмәйсә ҡаламы?

20 ноябрҙә Бөтә донъя балалар хоҡуҡтары көнө билдәләнде. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, ул юҡтан ғына алынмаған, 1989 йылдың ошо көнөндә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Бала хоҡуҡтары тураһында конвенцияһы ҡабул ителә. Был документ ҙур әһәмиәткә эйә. Ул бала хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу гарантияларын юридик яҡтан нығытҡан тәүге халыҡ-ара хоҡуҡи акт. Бала хоҡуҡтарының иң мөһиме - бөтә балаларҙы яҡшы тормош һәм бәхетле бала саҡ менән тәьмин итеү тора.

Шундай фекер йөрөй, дөрөҫ тәрбиә биреүгә ҡамасауламаҫ өсөн балаларға уларҙың хоҡуҡтарын аңлатырға кәрәкмәй. Ҡайһы бер ата-әсәләр иҫәпләүенсә, был осраҡта балалар тыңлашмаҫҡа мөмкин. Әммә, шуны иҫтә тоторға кәрәк - үҙ абруйыңды тойоуҙы булдырғансы, емереүе күпкә еңелерәк. Балаларҙың хоҡуҡтарын иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай, улар был турала белеп үҫергә тейеш.

Бөтә Донъя бала хоҡуҡтары көнө сиктәрендә балалар уҡыу үҙәге - «Күк ҡош»та балалар хоҡуҡтары буйынса мәғлүмәт көндәре үтте. Уҡыусылар Бөтә Донъя балалар хоҡуҡтарын яҡлау көнөнөң тарихы, «граждан», «ҡағиҙәләр», «закондар», «кеше хоҡуҡтары» һәм «бала хоҡуҡтары» кеүек төшөнсәләрҙең әһәмиәтен белде, кешенең хоҡуҡтарын гарантиялаған документтарҙың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе менән танышты.

Бер нисә көн дауамында, китап уҡыусылар, балаларҙың төп хоҡуҡтары тураһында мәғлүмәт менән кескәйҙәр өсөн абонементта йыйылған ь«Бәләкәй балаларға - ҙур
хоҡуҡтар» һәм өлкән абонементта - «Хоҡуҡтарыңды бел, бурыстарыңды онотма!» исемле китаптар күргәҙмәһе аша таныштылар. Балалар Л. Татарникованың
«Бәләкәй граждан хоҡуҡтары», Т. Шорыгинаның «Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы балалар күҙлегенән», П.Астаховтың «Балаларға хоҡуҡтар тураһында» исемле серия китаптары буйлап сәйәхәт ҡылдылар. Ҡатмарлы һорауҙарға ябай яуаптар табып ҡыуандылар.

Гражданлыҡ бурысы һәм яуаплылыҡ тойғоһо тураһында әңгәмә бик ҡыҙыу барҙы, һәр бер бала үҙенең фекерен белдерҙе. Туған телдә аралашыуға, мәғарифҡа хоҡуҡ, бурыстар тураһында әңгәмә ойошторҙоҡ, төрлө осраҡтарҙы тикшерҙек һәм балаларҙың ҡылығына баһа бирҙек. Балалар сәләмәтлекте һаҡлауға, ялға, уҡыуға булған хоҡуҡтары тураһында бик күп миҫалдар килтерҙе.

Үҙ хоҡуҡтарың менән файҙаланған законды боҙма, әммә башҡа кешеләрҙең хоҡуҡтары тураһында ла онотма, тип һығымта яһаныҡ. Китапханасылар балаларға Ышаныс телефоны тураһында, ниндәй осраҡта уның буйынса шылтыратырға мөмкин икәнлеген аңлаттылар.

Осрашыуҙың икенсе өлөшө уйын формаһында үтте. Китапхананың йәш ҡунаҡтары хоҡуҡи «Әҙәби уйын»да белемдәрен нығытты. Ниндәй әкиәттәрҙә, хикәйәләрҙә әҙәбиәт геройҙарының хоҡуҡтары боҙолған, шуларҙы һанап үттеләр, ниндәй хоҡуҡтары боҙолоуы хаҡында әүҙем тикшерҙеләр.

Сөмбөл МЫРҘАҒОЛОВА, китапханасы.

Автор:
Читайте нас: