Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ноябрь 2022, 12:10

Кер һабыны файҙаһы

Сәстәрегеҙ оҙон, ҡуйы булһын һәм ҡауаҡтан ҡотолам тиһәгеҙ, кер һабынынан да шәбен тапмаҫһығыҙ.

Кер һабыны файҙаһы
Кер һабыны файҙаһы

 Башта шампунь, шунан һабын менән йыуып, аҙаҡ бер нисә тамсы һеркә менән сайҡарға кәрәк. Был ысул майлы сәслеләргә килешер.

  • Тире йәшәрһен өсөн аҙнаһына 2 тапҡыр кер һабыны менән йыуынығыҙ. Һуңынан биткә балалар кремы һөртөргә кәрәк.
  • Ҡайын миндеген кер һабыны иретмәһендә ебетеп йыуыныу тирене таҙарта.
  • Тымауҙың беренсе билдәләренән үк һабын иретмәһе ярҙам итер. Уны мамыҡҡа һеңдереп, танау ҡыуышлығын эшкәртергә кәрәк.
  • Аяҡтағы бәшмәктән бик шәп сара. Щетканы һабынлап боҙолған урынды йыуырға, аҙаҡ йод һөртөргә кәрәк.
  • Теш щеткаһын кер һабыны иретмәһе менән эшкәртеп төнгөлөккә ҡалдырығыҙ. Был ысул микробтарҙан ҡотолорға ярҙам итер.
  • Эрендән ҡотолоу өсөн һуған, шәкәр ҡомо, һабынды 1:1 нисбәтендә алып бутарға кәрәк. Ҡатнашманы йоҡлар алдынан шешеккә һылап бинт менән урарға.
  • Үксә ярылғандан 1 балғалаҡ сода, 1 аш ҡалағы ҡырылған кер һабыны һалынған 2 литр һыуға тығып улытырырырға.

БАШҠОРТОСТАН КАЛЕНДАРЫНАН.

 

 

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: