Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Декабрь 2022, 11:02

100 йыллыҡты йомғаҡланыҡ

Уҙған йома Белорет мәғлүмәт үҙәгендә “Урал”дың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы үткәрелгән сараларға йомғаҡ яһалды.

100 йыллыҡты йомғаҡланыҡ
100 йыллыҡты йомғаҡланыҡ

Унда Өфөнән килгән мәртәбәле ҡунаҡ - “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының генераль директор вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Рәүф улы Сәфәрғәлиев, Белорет матбуғат йорто директоры Гөлнара Фаил ҡыҙы Мөхәмәтғәлина, “Белорецкий рабочий” гәзитенең баш мөхәррире Людмила Викторовна Денисова ҡатнаштылар һәм сығыш яһанылар.

Йыр-моң менән үрелеп барған сараға шулай уҡ гәзитебеҙҙең ветеран хеҙмәткәрҙәре, дуҫтары, рухташтары килде.
“Урал”дың баш мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова гәзитебеҙҙең үткәне менән бөгөнгөһөнә байҡау яһаны. Слайдтар, тупланмалар менән тулыландырылып барған йөкмәткеле сығыш барыһының күңеленә хуш килде.
Матбуғат йорто директоры Гөлнара Фаил ҡыҙы гәзитебеҙҙең, башҡа баҫмаларҙан айырмалы рәүештә, рухи яҡтан бай, эскерһеҙ, йылылыҡ, ихласлыҡ бөркөлөп тороуына баҫым яһаны һәм юбилей менән ҡотлап иң изге теләктәрен еткерҙе.
Шулай уҡ “Белорецкий рабочий” гәзите редакторы Людмила Денисова, Белорет телевидениеһы журналисы һәм алып барыусыһы Сәхибә Ғәбитова оҙаҡ йылдар “Урал” менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙәрен, бер-береһенә терәк-таяныс булыуҙарын белдереп, иң изге теләктәрен юлланылар.
Өфө ҡунағы Рәсүл Сәфәрғәлиевтың беҙгә фотоаппарат бүләк итеүен дәррәү ҡул сабыуҙар һәм ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттек, сөнки был фотоаппарат беҙгә ныҡ кәрәк ине. Рәсүл Рәүф улы гәзитебеҙгә һәм уның хеҙмәткәрҙәренә оҙон ғүмер, артабан да ең һыҙғанып, дәртләнеп, ауырлыҡтар алдында туҡтап ҡалмай, һәр ваҡыт алға ҡарап йәшәргә һәм эшләргә өндәне. Ул шулай уҡ “Урал” гәзитендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән өсөн гәзитебеҙҙең финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Нурдидә Ғариповаға, хәбәрселәр Нәркәс Сөләймәноваға, Рәсимә Сәлиховаға “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Ошондай уҡ Маҡтау ҡағыҙҙарына типография хеҙмәткәрҙәре Ғәлимә Абдуллина, Лариса Абдрахманова, Динар Сәйетғәлин лайыҡ булдылар.
Сатура Жәүәт ҡыҙы хаҡлы ялдағы ветеран хеҙмәткәрҙәребеҙ, рухташтарыбыҙ Фәриха Вәлиуллинаға, Нәзилә Шәриповаға, Резеда Ғәҙелшинаға, гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫтары, үҙҙәренең материалдары менән байытыусы Сәғирә Ғәлиуллинаға, Флүрә Шакироваға, Сәхибә Ғәбитоваға, ошо сараны матур йыр-моңдары менән биҙәгән Наил Хәмзинға, Алик Юлышевҡа, Радмир Әхтәмовҡа Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Йылы мөхиттә үткән юбилей сараһы иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.

Автор:
Читайте нас: