Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Декабрь 2022, 16:53

Туғыҙынсы тапҡыр лотерея уйнатылды

“Стройка” гипермаркеты ете йыл инде һатып алыусыларын үҙенең бай ассортиментлы тауарҙары менән шатландыра. Бына тағы ла үҙенең тыуған көнөндә, купонға эйә булған һатып алыусылар араһында, инде традицияға әйләнгән лотерея уйынын үткәрҙе.

Туғыҙынсы тапҡыр лотерея уйнатылды
Туғыҙынсы тапҡыр лотерея уйнатылды

Һис һүҙһеҙ, “Стройка” магазинының клиенттары араһында уҙғарылған был бүләктәр һәм автомобиль отоу мөмкинлеге йылдан-йыл һатып алыусылар араһында популярлыҡ ала бара. Был Яңы йылға матур бүләк отоу мөмкинлеге биргән уйынға ҡыҙыҡһыныу хатта пандемия осоронда ла кәмемәне. Сөнки бүләктәр бөтә халыҡ алдында үтә күренмәле лототрондан бәхетле купонды тартып алыу рәүешендә уйнатыла. Был ҡағиҙә бөгөнгәсә үҙгәрмәне: магазинға килеп әйбер, купон алаһың да лотерея уйынында ҡатнашаһың һәм бүләк отаһың.

Купондар һаны буйынса магазиндың бөгөнгө көндә иң популяр сауҙа нөктәләренең береһе булыуы тураһында фекер йөрөтөргә мөмкин. Бында йорт һәм дача, төҙөлөш һәм ремонт материалдары артынан төрлө тарафтарҙан киләләр. “Стройка” гипермаркеты проекты етәксеһе Кирилл Скляров шулай тип билдәләй:

- Һатып алыусыларҙың географияһы киңәйеүе һөйөндөрә. Иң күп һатып алыусылар Учалы һәм Белорет райондарынан. Силәбе өлкәһенән килеүселәр ҙә бихисап.

Бөгөнгө уйында 16 ҙур бүләк тәҡдим ителде. Ә сираттағы автомобиль туғыҙынсы тапҡыр уйнатылды. Ырыҫлы һатып алыусылар мультиварка, телевизор, робот-саң һурҙырғыс, электр сәйнүге, смартфон, табалар наборы, сертификаттар отоп һөйөндө.

Кем өсөндөр отош көтөлмәгән ҡыуаныс булһа, кемдер үҙенең уңышына баштан уҡ ышанған. Робот-саң һурҙырғыс отҡан Дарья Сорокина әйтеүенсә, ул машина оторға теләгән, әммә әлеге бүләгенә лә бик ҡәнәғәт.

Регина һәм Радмир Сәфәрғәлиевтар өй төҙөй, шуға ла улар беҙҙең магазиндың даими һатып алыусылары. 19 лотерея купонының береһе йәш ғаиләне заманса яҡтыртҡыс менән ҡыуандырҙы.

Рәзим Мөхитдинов 15 купонының уңыш килтереренә икеләнмәгән. Ул лотерея уйынында телевизорға лайыҡ булды.

Ә “Лада Гранта” автомобилен кем отто тиһегеҙме? Был оло бәхет Белорет егете Миҙхәт Юнысовҡа йылмайҙы. Гипермаркетта ул душ кабинаһы һатып алған - өс купондың береһе отошло булған. - Улыма шунда уҡ, был машина минеке буласаҡ, тинем. Шулай килеп сыҡты ла!

“Стройка”ның бөтөн сараларын алып барған Артем Скворцов һәм “Рябиновые бусы” рус йыры ансамбле һәммәһенә лә яҡшы кәйеф бүләк итте. Ҡыш бабай иһә, балаларға бүләк өләшеп, етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы.

Эйе, Яңы йылда яңы шатлыҡ-ҡыуаныстар, яңы һатып алыуҙар, сираттағы лотерея уйыны һәм мотлаҡ ҡиммәтле бүләктәр буласаҡ.

Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында “Стройка” гипермаркетына килә алмаһағыҙ, Интернет-магазинға мөрәжәғәт итергә мөмкин: gmstroyka.ru.
 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: