Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Ғинуар 2023, 10:12

Гүзәл заттар бында ылыға

Ниндәй генә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр гүзәл зат матур, нәзәкәтле, килешле кейенергә ярата. Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы буй-һынында, биҙәнеп-яһанып ҡына түгел, нәзәкәтле итеп кейенеп йөрөүендә лә. Зауыҡ менән кейенгән кешегә һоҡланмау мөмкин түгел. Ағасты - япраҡ, кешене сепрәк биҙәй тигәндәй, ысынлап та, матур кейенгән кеше, нисектер, тирә-йүнгә йәм бирә. Мода донъяһында кейемдең яңынаняңы алым менән тегелгәндәре лә, өс, дүрт тиҫтә йыл элек кейелгәндәре лә үҙгәреп тора. Тимәк, гүзәл заттарға кейем модаһынан ситтә ҡалмау өсөн был индустриялағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеп барырға тура киләсәк.

Гүзәл заттар бында ылыға
Гүзәл заттар бында ылыға

Ә бына “Аструм” ҡала баҙарында урынлашҡан “Sabell” сауҙа нөктәләре хужабикәһе Гөлнур Йомабаева (һүрәттә) район-ҡаланың ғына түгел, күрше райондар гүзәл заттарына нимә тәҡдим итергә кәрәклеген белә. Сибай, Учалы, Бөрйән кеүек күрше ҡала-райондар халҡы, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙары, Белоретта ҡулай хаҡҡа һәм бай ассортиментлы сауҙа нөктәһе барлығын күптән белә. Эшлекле ханым ике тиҫтә йылға яҡын сауҙа тармағында, шуның 15 йылын нәҡ ҡала баҙарында һатыу итеү осоронда ҡатын-ҡыҙҙарҙың ниндәй өҫ кейеменә өҫтөнлөк биргәнен өйрәнеп тә бөткән инде. Район-ҡаланыҡыларға, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарға, “Аструм”да урынлашҡан 202-се, 246-сы һәм 249- сы (“Шарм”) павильондарында миҙгеленә ҡарап баштан-аяҡ кейенергә мөмкин.

“Сананы - йәйен, арбаны ҡышын әҙерлә” ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, икенсе миҙгелгә өҫкө кейемде әле үк әҙерләй башлаһаң, күпкә отошлораҡ та, һайлап алыу мөмкинлеге лә ҙур.

 “Аструм” ҡала баҙарында урынлашҡан 202-се павильонда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн өҫкө кейемдәр һатыла. Бында төрлө йәштәге гүзәл заттарға миҙгелгә ҡарап өҫ кейемдәре алыу мөмкинлеге бар. Әле хеҙмәткәрҙәр һатып алыусыларға ҡышҡы кейемдәр - драптан ҡупшы пальтолар, дуплы тундар, төрлө туҡыманан тегелгән заманса курткалар тәҡдим итә.

Төрлө үлсәмдәге тауар ассортименты бай һәм үҙенсәлекле. Йәштәр үҙҙәренә килешеп торған ҡыҫҡа пальтоларҙы үҙ итһә, ханымдар иһә оҙон, сифатлы һәм йылыһына өҫтөнлөк бирә. Хеҙмәткәрҙәр алған өҫ кейемеңә тиҙ генә аксессуарҙарын (шарф, шапка, бирсәткә-бейәләй) һайлап бирәсәк. Икенсе павильондан эҙләп йөрөйһө лә түгел. Барыһын да бер урындан алырға мөмкин. Белореттар араһында Орел трикотажы тауарҙары үтемле. Эшлекле, йылы һәм заманса кофталарҙы һатып алыусылар теләп ала. Хаҡтары ла тешләшмәй. Стилле кофталарҙы 2 мең һумға тиклем алырға мөмкин. Ә ҡышҡы кейемде бөгөндән килеп алһағыҙ, бигерәк тә оторһоғоҙ. Сауҙа нөктәләрендә йылы өҫ кейемен 50 процентҡа тиклем ташлама менән алырға мөмкин. Шулай булғас, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ.

246-сы павильонда спорт кейемдәре, кофта-блузка, төрлө салбар-итәктәр, киске күлдәктәр, йөклөләр өсөн махсус ҡатнаш тауарҙар һатыла. Тәбиғәттә ял итергә, спортҡа өҫтөнлөк биргән гүзәл заттар өсөн спорт костюмдарын төҫөнә, үлсәменә, хаҡына ҡарап төрлөһөн алырға мөмкин. Алда - йәштәрҙең сығарылыш кисәләре. Уларҙың ихтыяжы ла иҫәпкә алынған.

Ә бына 249-сы “Шарм” павильонында ҡатын-ҡыҙҙар йөндән бәйләнгән, күндән тегелгән төрлө моделдәге шапка-шарф, бейәләй-бирсәткә һатып алып ҡына ҡалмай, бында ир-егеттәр өсөн дә башлыҡтар, аксессуарҙар тәҡдим ителә. Сәйәхәт итергә яратыусылар өсөн сумка-биштәрҙәр, ҡулсатыр һәм башҡа күп төрлө аксессуарҙар һатыла.

 Ете хеҙмәткәр Гөлнур Ҡадир ҡыҙының иғтибарлы етәкселеге аҫтында һатып алыусылар менән уңышлы эшләй. Тәжрибәле һатыусылар һәр клиентҡа иғтибарын бүлеп, килешкән кейемен үлсәменә ҡарап һайлап бирә. Даими һатып алыусылар өсөн ташламалар ҙа ҡаралған. Уларға 10 процентҡа тиклем ташламалы карталар бирелә.

Ҡәҙерлеләрен, яҡындарын байрамдары, иҫтәлекле даталары, йәиһә былай ғына, бер сәбәпһеҙ, ҡотларға теләүселәргә бүләк һайлап, оҙаҡ йөрөргә лә кәрәкмәй. “Sabell” сауҙа нөктәләре сертификатын алыу ике минутлыҡ эш. Һеҙ бүләккә сертификат һайлап, уны алыусыны ҡыуандыра алаһығыҙ, сөнки бүләкте лә бит үҙе һайлаясаҡ. Бер үк ваҡытта шопингтан кинәнес алыу мөмкинлеге лә бирәһегеҙ. Универсаль бүләк, йәшкә һәм енесенә ҡарамай, барыһына ла оҡшаясаҡ.

“Аструм” ҡала баҙарында урынлашҡан “Sabell” хужабикәһе Гөлнур Йомабаева һәм уның командаһы һеҙҙе, һатып алыусыларҙы, сауҙа нөктәләрендә көтөп ҡала.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: