Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Февраль 2023, 12:07

Батыр үлһә лә, даны үлмәй

Һүҙем ҡустым Закиров Рауил Шамил улы тураһында.

Батыр үлһә лә, даны үлмәй
Батыр үлһә лә, даны үлмәй

Апайым Әлфиә менән еҙнәм Шамилдың оло улдары 1979 йылдың 6 ноябрендә донъяға ауаз һалған. Рауил ҡустым бала сағынан алсаҡ, һөймәлекле, эшһөйәр булып үҫте. Олойылға мәктәбендә белем алды. Каникулдарында Ишлегә өләсәһе янына ашығыр ине, ҡышын ҡар көрәй, утын яра, Һүренйәк йылғаһынан һыу ташый. IX класты тамамлағас, Өфө районы Михайловка ауылындағы һөнәрселек училищеһында умартасылыҡҡа уҡып сыға.

18 йәше тулғас, 1998 йылда әрме сафына алына, тәүҙә Волгоград өлкәһе Дондағы Калач ҡалаһында хеҙмәт итте, унан һуң уларҙың часын Дағстан республикаһындағы Кизляр ҡалаһына ебәрәләр. Хеҙмәтен намыҫлы үтәй. Ошо йылдар
арауығында Чечен республикаһында һуғыш бара. Ҡустымдың хеҙмәт иткән часын Чечняға ебәрәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2000 йылда ҡаты һуғыш барышында ҡустым Рауил батырҙарса һәләк була. Уға ҡайтырға һанаулы ғына көндәр ҡалғайны…

Ҡустым һәләк булғандан һуң “Батырлыҡ өсөн” ордены менән бүләкләнде. Әрменән яҙған хаттары Белорет ҡалаһының тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында һаҡлана. Ҡаланың Октябрҙең 50 йыллығы урамында Чечняла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташта уның исеме мәңгеләштерелгән. Батыр үлһә лә, даны үлмәй. Ватанына тоғро ҡалып, хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәгән барлыҡ яугирҙарға мәңгелек дан!

Фәриҙә МӘХМҮТОВА.
Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: