Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Март 2023, 17:42

Хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә ит

Рәсәй Федерацияһының “Хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә итеү” һәм “Ветеринария” тураһындағы закондарына ярашлы хужалар йорт хайуандарын аҫрау өсөн тулыһынса яуаплылыҡҡа эйә.

Хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә ит
Хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә ит

ХУЖАЛАР ЭТ ҺӘМ БЕСӘЙЕН:
► йыл һайын ҡотороу сиренән прививкаларға;
► район ветеринария станцияһында иҫәпкә
ҡуйырға һәм идентификацияларға;
► тоҡомло булмаған осраҡта, стерилләргә тейеш.


ХАЙУАНДАР ХУЖАҺЫ БУРЫСТАРЫ:
Эттәрҙе мотлаҡ бәйҙә тоторға. Йорт хайуандарының хужаһы кешеләрҙең һәм хайуандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән тейешле сараларҙы күрергә, этте моронлоҡта һәм бауҙа килеш кенә урамда йөрөтөргә бурыслы. Этен иркен йөрөргә сығарған өсөн уның хужаһы Башҡортостан Республикаһының “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында”ғы кодексына ярашлы, хайуанды аҫрау тәртибен боҙған өсөн, административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Әгәр өсөнсө кешегә ҡарата закон боҙолһа, (кеше һаулығына һәм мөлкәтенә зыян килһә) хәл федераль закон кимәлендә ҡарала. Был осраҡта кеше енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Хәүеф янаған тоҡомло эттәрҙе, урамда ҡайҙа йөрөүенә ҡарамаҫтан, моронлоҡһоҙ һәм бәйһеҙ йөрөтөү (хайуан хужаһының шәхси милкендә булған һәм кәртәләнгән биләмәләренән тыш) тыйыла. Был эттең барлығы тураһында ошо биләмәгә ингәндә иҫкәртеүсе яҙыу булырға тейеш.

Хайуанға хужа булыу хоҡуғынан баш тартҡан йәки уны артабан ҡарай алмағанда, идентификациялау һәм стерилләү мөмкинлеге булмаған осраҡта, хайуан эйәһе уны яңы хужаһына, йәки бындай хайуанды аҫрау шарттарын тәьмин итә
алған хайуандар приютына тапшырырға тейеш.

Белорет район-ҡала ветеринария станцияһы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: