Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Март 2023, 13:32

Һаумы, яҙ! Һаумы, аллергия...

Бөгөн аллергиянан дарыуҙар күп. Тик уның табип ҡушҡандарын ғына ҡулланырға кәрәк. Шулай ҙа халыҡ медицинаһын да онотоп ебәрмәйек. Беренсенән, ул кеҫәгә бик һуҡмай, икенсенән, һәр кем белгән үләндәроен ҡуллана ала һәм кире яҡтары ла юҡ. 

Һаумы, яҙ! Һаумы, аллергия...
Һаумы, яҙ! Һаумы, аллергия...

Аллергиянан һарымһаҡ бик яҡшы ярҙам итергә мөмкин. Көн һайын бер тырнаҡ һарымһаҡты яҡшылап иҙеп, бер-ике ҡалаҡ йылы һыу ҡушып, ашағандан һуң ҡулланырға кәрәк. 

Ашағандан һуң балы алынған кәрәҙҙе сәйнәү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Әгәр кәрәҙҙе таба алмайһығыҙ икән, бер ҡалаҡ бал ҡабып ҡуйһағыҙ ҙа була. Әлбиттә, балға аллергияғыҙ булмаһа. 

Аллергиянан интеккән ваҡытта сәй урынына ромашка сәскәһе төнәтеп эсеү яҡшы. 

Һаҙ сәскәһе төнәтмәһен ашар алдынан ярты стакан эсеп ҡуйыу ҙа файҙалы. 

Аллергия бөтһөн өсөн көн һайын рационда ҡыҙыл сөгөлдөр һәм ярты стакан көнбағыш ҡулланырға кәрәк. 

Ярты литрлы банканы ҙары мәтрүшкә менән тултырығыз һәм өҫтөнә сыҡҡансы араҡы һалығыҙ. Өс аҙна ҡараңғы урында тотҡандан һуң, һөҙөп, һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Көн һайын иртән ас килеш бер ҡалаҡ һәм йоҡлар алдынан шулай уҡ эсеп ҡуйһағыҙ, аллергия менән хушлашырһығыҙ!

Сәләмәт булығыҙ, ауырымағыҙ!

Фото: rivara.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: