Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Март 2023, 16:09

Тамъяндар ҡор йыйҙы

Шәғәле Шаҡман бей вариҫтары - тамъяндарҙың беренсе йыйынынан

Сатура Мингажитдинова
Фото:Сатура Мингажитдинова

Ошо кѳндәрҙә Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында район тамъяндарының беренсе йыйыны үтте. Унда Үткәл, Хѳсәйен, Аҙналы, Мѳхәмәт, Сосновка, Ҡаһарман, Үҙәнбаш, Ломовка, Шығай, Ҡоҙғон-Әхмәр, Сермән һәм ҡаланан Шәғәле Шаҡман бей вариҫтары йыйылды. Тамъяндар йыйынға бик ихлас әҙерләнгән, клуб алдына ырыу тамғалары һүрәтләнгән стенд ҡуйылған. Йыйынға килгәндәрҙе шартына килтереп, зауыҡлы итеп биҙәлгән Тамъян тирмәһе ҡаршылай. Фойела Шығай, Ҡаһарман ауылдары оҫта ҡатын-ҡыҙҙарының күҙҙең яуын алырлыҡ бай һәм эстәлекле күргәҙмәләре ҡуйылған. Сәхнә түрендәге тамъян ҡәбиләһе башлығы Шәғәле Шаҡман бейгә арнап эшләнгән баннер тамъяндарҙы берләштереп, яҡшы эштәргә әйҙәп, кѳс биреп, дәртләндереп тора кеүек. Беренсе тапҡыр үткәрелгән мәртәбәле йыйынды асыу хоҡуғы иң оло һәм абруйлы тамъян аҡһаҡалына, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Георгий Аксаков исемендәге орден кавалеры, ҡурай бәйгеләрендә 4 тапҡыр Гран-при яулаған Мѳхәмәт Усман улы Түлебаевҡа бирелде. Мѳхәмәт Усман улы ҡурайҙа "Урал" кѳйѳн уйнап, изге теләктәрен әйтеп, йыйынға фатиха бирҙе.
Президиум ағзалары Республика тамъяндарының совет ағзаһы, район тамъяндарының ҡор башы,  Аҙналы туғыҙ йыллыҡ мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Азат Хәсән улы Сафуанов, Мѳхәмәт Усман улы Түлебаев, Шығай ауыл хакимиәте башлығы Исмәғил Хәлфә улы Әбүталипов, район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Эльза Әнәс ҡыҙы Мѳхәмәҙиева, Сермән ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Зәбир улы Әйүпов сәхнәгә күтәрелеп үҙ урындарын алғас, йыйында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү һәм эшлекле итеп алып барыу ѳсѳн һүҙ Исмәғил Хәлфә улына бирелде.

- Хѳрмәтле ырыуҙаштар, Иҙел башы ерендә, тамъяндар тѳйәге Шығайҙа беренсе тапҡыр үткәрелгән Тамъян ырыуы йыйыны менән тәбрикләйем. Беҙҙең Шығай ауылы 500 йылдан ашыу тарихлы иң саф башҡорт ауылдарының береһе. Ауылыбыҙ кешеләре ғѳрѳф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, традицияларҙы тергеҙеү буйынса күп эштәр башҡара. Йыл һайын тамъяндар ырыуы аралары араһында Шәжәрә байрамдары гѳрләп уҙа. Тѳбәк-ара, республика, районда үткәрелгән сараларҙа, конкурс-бәйгеләрҙә тамъяндар әүҙемлек күрһәтә һәм еңеүҙәр яулай. Ҙур кимәлдәге саралар ҙа күп осраҡта беҙҙең Шығайҙа үткәрелә. Шығай үҙенең арҙаҡлы шәхестәре - Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист Зиннәт Әминев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Фирүзә Нуретдинова, Башҡортостандың атҡаҙанған тѳҙѳүсеһе Ирғәле Ғибәҙәтуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары Лилиә Йылҡыбаева, Розалия Сәйфуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған урман хужалығы белгесе Фәнил Ғәлиуллин, сит илдәр халҡын ҡурай кѳйҙәре менән әсир иткән абруйлы аҡһаҡалыбыҙ Мѳхәмәт Түлебаев һәм үҙҙәренең фиҙаҡәр эштәре менән билдәлелек яулаған тағы бик күп ырыуҙаштарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурлана,
тине ул.

Артабан йыйында әйтелгәндәрҙе теркәп барыу ѳсѳн Зарифа Кинйәбай ҡыҙы Яныбаева һәм Әлфиә Шәкирйән ҡыҙы Сафуанова секретариат итеп һайланды һәм "Тамъян ырыуы тарихына байҡау" тигән тѳп доклад менән сығыш яһар ѳсѳн һүҙ Азат Сафуановҡа бирелде.
Азат Хәсән улы тамъяндарҙың боронғо тѳп башҡорт ырыуҙарының береһен тәшкил итеүе, уның бай һәм тѳплѳ тарихын, үткәнен, шәжәрәләрен, ырыуға нигеҙ һалған арҙаҡлы һәм билдәле шәхестәрен, мәҙәниәтен, ғѳрѳф-ғәҙәттәрен, кәсептәрен, тамъяндарҙың элек һәм бѳгѳнгѳ кѳндә ниндәй ѳлкәләрҙе һәм райондарҙы тѳйәк итеүе тураһында, бигерәк тә Шәғәле Шаҡман бей тарихын ентекле һѳйләп бирҙе.
Шығай тамъяндарының тарихы тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән Мѳхәмәт Түлебаев, "Киләсәк быуынға тамъян булыу кәрәкме?" тигән үҙенсәлекле сығыш менән Сәғирә Ғәлиуллина, "Шаҡман вариҫтары-ҡаһармандарҙың кисәге һәм бѳгѳнгѳ йәшәйеше" темаһы буйынса Самат Мусин, "Үткәл тамъяндарының тарихы һәм уларҙың кәсептәре" хаҡында Ринат Хәлилов бик ҡыҙыҡлы итеп һѳйләп үттеләр. Сығыштар тѳплѳ, тарихи яҡтан нигеҙләнгән һәм файҙалы булды. Фекер алышыуҙа Ғәфәр Ғәлиуллин ҡатнашты һәм Ҡырғыҙ-Миәкәлә уҙған, тамъяндарҙың республика йыйынында ҡабул ителгән резолюция менән таныштырҙы. Ауылдаштары, тамъян вәкилдәре тураһында бик күп мәғлүмәттәр туплаған, үҙ сығышын архив документтарына таянып бәйән иткән, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан һаман да эҙләнеү эштәре алып барған, ауылдаштарының шәжәрәләрен яттан белгән Хәспиә Ғибәҙәтуллинаның сығышы һәм уның фиҙаҡәр эше һис һүҙһеҙ маҡтауға лайыҡ.
Йыйындың тәүге ѳлѳшѳ бик ҡыҙыҡлы һәм тарихи мәғлүмәттәргә таянған фәһемле сығыштар менән тамамланды. Тамъяндар тарафынан илдең именлегенә, махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың тыуған ерҙәренә, ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар тигән изге теләктәр менән әҙерләнгән ҡорбан ашынан ауыҙ итеп алғандан һуң, эшлекле йыйын дауам итте.
Ырыу кешеләрен бер ергә туплау, ошо эшлекле йыйындан һуң изге эштәрҙе дауам итеү ѳсѳн район тамъяндарының ырыу советы һайланды. Шулай уҡ Әбйәлилдә июнь айында уҙасаҡ этно-һабантуйҙа ҡатнашыу ѳсѳн район тамъяндары араһынан делегаттар ҙа һайланды. Тамъяндар йыйынының рәсми ѳлѳшѳн йомғаҡлап йыйындың резолюцияһы ҡарарҙарын Зарифа Кинйәбай ҡыҙы уҡып ишеттерҙе һәм резолюция делегаттар тарафынан бер тауыштан ҡабул ителде.
Тамъян ырыуының иң әүҙем Шәғәле Шаҡман вариҫтары Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙа матур һәм ѳлгѳлѳ эштәре, ошо йыйынды ойоштороуҙа күп кѳс һалғандары ѳсѳн Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан билдәләнде. Азат Хәсән улы Сафуановҡа Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды. Баш ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттарына Мѳхәмәт Усман улы Тулебаев, Исмәғил Хәлфә улы Әбүталипов, Самат Мѳхтәсип улы Мусин, Хәлит Хәшим улы Нафиҡов, Дилбәр Йомабай ҡыҙы Рәхмәтова лайыҡ булдылар. Урындағы башҡорт ҡоролтайының Рәхмәт хаттары менән Ғәфәр Әбделвәли улы Ғәлиуллин, Суфиян Нәғимйән улы Ишмѳхәмәтов, Биктимер Тѳлкѳбай улы Ғәлин, Ринат Мәүлит улы Хәлилов, Хисаметдин Зиннәт улы Хәйруллин, Илнур Салауат улы Тѳхвәтуллин, Мортаҙа Мѳхәмәтдин улы Йомағужин, Рәхим Камил улы Суфияров, Хәбир Әхтәм улы Ғәлиуллин, Рәмил Рәил улы Ғәлиуллин, Азат Хәсән улы Сафуанов бүләкләнде.
Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы мѳдире Сәғирә Сабирйән ҡыҙы беренсе йыйындың эшлекле үтеүен билдәләне һәм ошо йыйынды уҙғарыуҙа ярҙам күрһәткән ырыуҙаштары, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәренә, Ҡаһарман ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, үҙешмәкәр артистарға, баннер эшләүҙә матди ярҙам күрһәткән тамъяндарға, айырыуса, бағымсылыҡ күрһәткән Ринат Хәлиловҡа, Салауат Хафизовҡа, Үткәл, Шығай мәсеттәренә, Үҙәнбаш, Шығай ауылының йомарт кешеләренә, ауыл хакимиәте башлығы Исмәғил Әбүталиповҡа, ҡорбанға һарыҡ алырға ярҙам иткән һәм ҡорбан салған егеттәргә, бигерәк тә Сафур Нурмѳхәмәтов, Илнур хәҙрәткә, йыйынға килгәндәргә ҡорбан ашын әҙерләгән ашнаҡсыларға ҙур йыйында ҡатнашҡандар исеменән рәхмәт белдерҙе.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: