Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Март 2023, 10:09

Яҙ байрамы - наҙ байрамы

Наурыҙ байрамын яҙ мәлендә, көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә ҡаршы алалар. «Наурыҙ» һүҙе яңы йыл, яңы көн тигәнде белдерә.

Яҙ байрамы - наҙ байрамы
Яҙ байрамы - наҙ байрамы

Ошо көндәрҙә Сермән балалар баҡсаһында «Наурыҙ» байрамы үткәрелде. Яҙ тураһында һынамыштар әйтеп, йомаҡтар сисеп, изге теләктәр әйтеү менән башланып китте ул.

 Балалар баксаһы хеҙмәткәрҙәре байрамға матур итеп әҙерләнгән, балаларҙың башкорт телендә шиғырҙарын, йырҙарын, дәртле бейеүҙәрен күреп һокланыу тойғоһо тыуҙы. Ағинәйҙәр изге теләктәрен әйттеләр, йыр йырлап, балалар менән бергәләшеп төрлө уйындарҙа ҡатнаштылар.

Алып барыусы Ләйсән Хәбир ҡыҙы Миргалина балаларға байрамдың нисек барлыҡҡа килгәнен йөкмәткеле итеп аңлатты. Өлкән тәрбиәсе Айгөл Хәкимйән ҡыҙы Низаметдинова, музыка етәксеһе Гөлнара Әнүәр ҡыҙы Кокшарова, тәрбиәселәр Гөлфирә Айрат ҡыҙы Исхаҡова, Ольга Евгеньевна Верхаломова, тәрбиәсе ярҙамсыһы Гөлсинә Ҡустыбай ҡыҙы Хажина байрамды матур итеп үткәреү өсөн күп көс һалған.

Шуны әйтеп үтәһе килә, балалар баҡсаһы шундай бөхтә, матур итеп биҙәлгән, балаларҙы һәр яҡтан да үҫтереу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Бында, әлбиттә, уның мөдире -Сәжидә Лев ҡыҙының Низаметдинованың ҙур хеҙмәте һалынған.

 Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә матур сара үткәргәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ!

Көн менән төн тигеҙләште,

Бөгөн Наурыҙ байрамы,

Һау бул, Ҡышбикә инәйем,

Күрешербеҙ Ҡыш тағы.

Зилә ФӘХРИСЛАМОВА.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: