Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Март 2023, 13:55

Һәүәҫкәр баҡсасыға кәңәштәр

Төрлө һауыттарҙағы һыуҙың ауырлығын һәм күләмен нисек белергә?

Һәүәҫкәр баҡсасыға кәңәштәр
Һәүәҫкәр баҡсасыға кәңәштәр

1 биҙрә 10 литр йәки 10 килограмм һыу һыйҙыра;
1 литр һыу - 1000 куб сантиметр йәки 1000 грамм;
Йоҡа 1 стакан һыу - 250 куб сантиметр йәки 250 грамм;
Ҡырлы 1 стакан һыу 200 куб сантиметр йәки 200 грамм;
1 аш ҡалағы һыу 15 куб сантиметр йәки 15 грамм;
1 сәй ҡалағы - 5 куб сантиметр йәки 5 грамм.

Ҡырлы бер стаканға (200 грамм) 13 аш ҡалағы һыу; бер аш ҡалағына 3 сәй ҡалағы һыу; 1 сәй ҡалағына - 100 тамсы һыу һыя; 100 тамсы һыу 5 куб сантиметр, 20 тамсы - 1 куб сантиметр.

Тупраҡҡа минераль ашламалар индергәндә, түбәндәгеләрҙе белергә кәрәк: 200 грамм һыйҙырышлы ҡырлы бер стаканға 180-190 грамм аммиак селитраһы, 185-200 грамм суперфасфат, 310-360 грамм фосфат оно, 185-190 грамм калий хлориды, 180-200 грамм ашламалар ҡатнашмаһы, 120 грамм һүндерелгән эзбиз, 90-120 грамм көл инә.

Фото: zazakupkami.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: