Һәр нәмәлә шиғыр ята,
Әгәр күрә, тоя белһәң,
Тойғаныңды йөрәгеңдә
Шиғыр итеп ҡоя белһәң.
Балалар китабы аҙналығы - ул бөтә китап уҡыусы балалар, бала саҡ, шулай уҡ нәшриәтселәр һәм китапханасылар өсөн оло байрам. Тәжрибә күрһәтеүенсә, кескәй китап һөйөүселәрҙең Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығына ҡыҙыҡһыныуы һүнмәй, бына инде 80 йыл ул китап һәм уҡыуҙың төп байрамы булып ҡала. Был байрам беҙгә яңы сыҡҡан балалар китабы, яҙыусылар, шағирҙар менән осрашырға форсат бирә. Юҡҡа ғына яҙ башланыу менән шиғыр көнөн билдәләмәйҙәрҙер ҙә инде, бар тереклек менән һәр кемгә илһам килә, кемдер уны һүрәт итеп төшөрһә, кемдер көйгә һала, ә бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙҙың береһе шиғыр, икенсеһе хикәйәләр яҙа.
Билдәле булыуынса, һәр китап яҙыусынан башлана. Уның фантазияһы беҙҙе ҡайғыға, шатлыҡҡа һала, фекер йөрөтөргә, уйланырға мәжбүр итә. Яҙыусы менән осрашыу, уйҙарын һәм хыялдарын йәнләндерә белгән кеше менән танышыу бик яҡшы. Айырыуса балалар өсөн ижади осрашыуҙар, йәнле һөйләшеүҙәр ҡыҙыҡлы.
Балалар китабы аҙналығы сиктәрендә «Күк ҡош» балалар уҡыу үҙәгенә шағирә Зөлфирә Сөләймәнова һәм яҙыусы Фәриха Вәлиуллина китап уҡыусылар менән тап ошондай осрашыуға килделәр. Китапханалағы бындай аралашыуҙар һәр ваҡыт сағыу ваҡиға һәм онотолмаҫ тәьҫораттар булып ҡала.
Һүҙҙең бәҫен арттырыусы ҡунаҡтар - Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре, Сабир Шәрипов исемендәге «Иҙел башы» яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, «Урал» гәзитенең ветеран хеҙмәткәрҙәре, үҙҙәре әйтмешләй әҙерәк кенә “хыялый” апайҙар ине.
Улар менән танышырға тип Бөрйән районы Ырғыҙлы мәктәбе уҡыусылары (етәкселәре Альбина Рәил ҡыҙы) Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының IX класс уҡыусылары (етәкселәре Эльмира Баһиман ҡыҙы) килде.
Зөлфирә Зөлфәр ҡыҙы менән Фәриха Нәҙербай ҡыҙы бала саҡ хәтирәләре менән бүлеште, китапҡа һөйөү нисек килгәнен, тәүге шиғыр юлдары ҡасан тыуғанын иҫкә алды. Балалар яҙыусылыҡ эшенең серҙәренә төшөндө, һүҙҙең ниндәй көслө булыуына инанды. Ҡунаҡтарыбыҙ китап уҡыусыларҙы үҙҙәренең ябайлыҡтары менән әсир итте.
Фәриха Нәҙербай ҡыҙы «Сәғәт нисә ине?», «Бесәйегеҙ башҡортмо?» хикәйәләрен уҡыны, шул арала балалар менән әңгәмә лә ҡороп өлгөрҙө. Зөлфирә Зөлфәр ҡыҙының моңло шиғыр юлдары кисәбеҙҙе башынан аҙағына тиклем биҙәне. Улар китапханаға автографтар яҙып китаптарын бүләк итте. Фәриха Нәҙербай ҡыҙы уҡыусыларҙы китап, балалар өсөн сыҡҡан гәзит-журналдар менән дуҫ булырға өндәне. Йәнле һөйләшеүҙән бик ҡәнәғәт булды китап уҡыусылар.
Балалар уҡыу үҙәге район-ҡалала билдәле булған шағир-яҙыусыларыбыҙға Рәхмәт ҡағыҙҙары һәм сәскәләр тапшырҙы.
Бөгөнгө кеүек яҙыусылар менән осрашыуҙар барыһы ла киләсәк быуынды белемгә, нәфис әҙәбиәткә ылыҡтырыу өсөн эшләнә. Сөнки китапҡа һөйөү бала саҡта тәрбиәләнә. Китап уҡыған кешенең телмәре бай, хәтере яҡшы була. Килгән ҡунаҡтарыбыҙға үҙҙәренең яратҡан китабын, яҙыусыларын табыуҙарын, күберәк китап уҡыуҙарын теләп ҡалабыҙ.
Сөмбөл МЫРҘАҒОЛОВА,
“Күк ҡош” балалар уҡыу үҙәге библиографы.
Һүрәттә: осрашыу иҫтәлеге.