Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Апрель 2023, 14:54

Баҡса еләге көл ярата

Еләктең эреһен ашағығыҙ килһә, ҡар иреү менән эшкә тотоноғоҙ.

Баҡса еләге көл ярата
Баҡса еләге көл ярата

Баҡсала ҡар иреү менән беренселәрҙән булып баҡса еләгенең йәшел япраҡтары күренә башлай. Мул уңыш алаһы килгән баҡсасы еләк ҡыуаҡтарына айырым тәрбиә кәрәклеген яҡшы белә. 

Башта еләктәрҙе  ҡороған япраҡтарҙан таҙартырға кәрәк. Төптәрен йомшартыр алдынан еләк ҡыуаҡтары араһына көл һибеп сығыу файҙалы. Көҙ еләктәрҙә ниндәйҙер ауырыу күренгән, йәки ҡоротҡос бөжәктәр эйәләшкән булһа,ҡар иреп бөтөү менән түтәлгә марганцовкалы һыу һибеү файҙалы буласаҡ. Ҡайһы бер баҡсасылар ҡайнатып сығарған бер биҙрә һыуға марганцовка (алһыу төҫтә), 15 тамсы йод ҡушып, яҡшылап болғата һәм еләк түтәленә һибә.

Ҡайнар һыуҙы баҡсаға алып сығып, түтәлгә һипкәнсе 80-95 градус самаһы була. Беренсе тапҡыр туҡландырыу эштәрен апрелдә, ҡороған еләк япраҡтарынан таҙартҡандан һуң башҡаралар. Ер ҡоро булһа, ашлама менән туҡландырыу алдынан һыу һибергә кәрәк. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: