+1 °С
Болотло
Тауыҡ һурпаһын әҙерләйбеҙ. Итен алып, һурпаны һөҙәбеҙ. Табала кишер, һуған ҡыҙҙырабыҙ. Артабан ҡайнап торған һурпаға шаҡмаҡлап туралған картуф, кишер, һуғанды һалып, картуф бешер-бешмәҫ хәлгә еткәнсе ҡайнатабыҙ. Ваҡлап туралған йәш кесерткән, ҡуҙғалаҡ япрағы һалабыҙ, тоҙ, борос, лафр япрағы өҫтәйбеҙ. Ашты оҙаҡ ҡайнатырға кәрәкмәй. Һуңынан туғылған йомортҡаны һурпаға ағыҙа-ағыҙа болғатабыҙ. Ҡапҡасын ҡаплап, шул рәүешле 30 минут самаһы ҡайнатабыҙ. Ашты табынға ҡаймаҡ менән бирергә мөмкин.
Фото: recept-borscha.ru