30 апрелдә иң кәрәкле хеҙмәттәрҙең береһе, тиҙ яуап биреү махсус отряды - янғын һағы үҙенең һөнәри байрамын билдәләй. Байрам тарихи традициялар, янғын һағының хеҙмәтен, Рәсәйҙең янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә индергән өлөшөн иҫәпкә алып Рәсәй Президенты Борис Ельцин Указы менән 1999 йылдың 30 апрелендә булдырыла. Ә янғын һүндереүселәрҙең тарихы иһә йөҙ йыллап иҫәпләнә. XVII быуатта батша Алексей Михайлович Рәсәйҙә беренсе янғынға ҡаршы хеҙмәт ойоштороу тураһында Указға ҡул ҡуя. Ваҡиға 1649 йылдың 30 апрелендә була һәм ут менән көрәшеүселәрҙең байрамын һайлауҙың нигеҙе булып тора.
Ошо көндәрҙә Абҙаҡ янғын часы ла бәләкәй генә, шул уҡ ваҡытта мөһим датаһын, ауылда махсус хеҙмәт ойошторолоуҙың 10 йыллығын билдәләй. Ун йыл арауығында урындағы ҡотҡарыусылар әллә күпме кешене ут ҡамауынан ҡотҡарып алып ҡалды, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөүҙә, иҫкәртеү сараларында ҡатнашты. Янғын һүндереүселәрҙең һөнәри байрамдары һәм Абҙаҡ подразделениеһы нисек йәшәүе тураһында часть начальнигы Азамат Ишйәр улы НӘБИУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
► Азамат Ишйәр улы, беренсенән, алда һөнәри байрамығыҙ - Рәсәйҙә янғын һағы көнө тора. Икенсенән, Абҙаҡ подразделениеһы бер нисә көн элек юбилей датаһын билдәләне. Ошо уңайҙан һеҙҙе һәм коллегаларығыҙҙы һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Үҙегеҙ тураһында ла һөйләп үтһәгеҙсе. Ҡасан янғын һүндереүселәр рәтенә баҫтығыҙ?
- Силәбе өлкәһе Верхнеуральск ҡалаһында тыуып үҫтем. 2008 йылда Абҙаҡҡа килдем һәм урындағы хакимиәттә эш башланым. 2010 йылда янғындар, ғәҙәттән тыш хәлдәр бигерәк тә күп булды һәм Абҙаҡ биләмәһендә янғын һүндереү командаһы төҙөү көн талабы ине. Хакимиәттең элекке башлығы Байрас Фазылов менән кәңәшләшкәндән һуң, ирекле янғын һүндереү командаһы төҙөү бурысы ҡуйылды. Туймазынан ЗИЛ-131 базаһында АРС-14 автомобиле ҡайтарылды. Команда йыйылғандан һуң, дежур итеүҙе ойошторҙоҡ. 2012 йылда иһә янғын часы барлыҡҡа килде һәм етәксеһе һайланды. Дәғүә иткән 30 буласаҡ янғын һүндереүсе араһынан 16-һы штатҡа алынды.
► Тимәк, һеҙ ун йыл дауамында подразделениеға етәкселек итәһегеҙ?! Ә бына ирекле янғын һүндереү командаларына килгәндә, нәҡ улар ауылда утҡа ҡаршы тороусы төп көс булып иҫәпләнә ине бит...
- Эйе, ауылда хеҙмәт барлыҡҡа килгәндән бирле начальник вазифаһын башҡарам. 2013 йылдың 22 апреле янғын һүндереүселәр өсөн тәүге эш көнө тип иҫәпләнһә, сентябрҙә янғын һүндереүселәр Өфөлә өс айлыҡ уҡыуҙар үтеп ҡайтты. Бер йылдан һуң, Башҡортостан авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенә ҡараған янғын часы тәүлек әйләнәһенә дежур итеү режимына күсте. Мин дә начальник вазифаһында квалификациямды күтәрҙем.
► Бөгөн һеҙҙең башланғыста нисә хеҙмәткәр эшләй?
- Башҡортостандың янғынға ҡаршы хеҙмәтенә ҡараған Абҙаҡ янғын часы штатында 17 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Бүлексә командирҙары Фаил Ишмырҙин, Руслан Мөхәмәтдинов, Йәлил Хәйритдинов, Ринат Ҡаиров, янғын һүндереүсе-водитель Милләт Хөснуллин, янғын һүндереүсе Вәсил Нурғәлин ун йыл элек махсус команда ойошторолғандан бирле эшләйҙәр һәм лайыҡлы хеҙмәт алып баралар. Ғөмүмән, коллективта үҙ эшен намыҫлы башҡарған , йөкмәтелгән бурыстарына етди ҡараған, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған хеҙмәткәрҙәр тупланған. Уларҙың хеҙмәте лә район, республика тарафынан лайыҡлы баһалана. Мәҫәлән, былтыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөнәри оҫталыҡ һәм республика биләмәләрен, халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән ҡурсалау эшендә мөһим өлөш индергәне өсөн Фаил Ишмырҙинды Рәхмәт хаты менән бүләкләне. 2013 йылдың авгусында һыу баҫҡан Яңы Абҙаҡ һәм Мөхәмәт ауылдары халҡын эвакуациялағанда эҙләү-ҡотҡарыу сараларында ҡатнашҡандары өсөн янғынға ҡаршы хеҙмәтенең Абҙаҡ айырым посы коллективына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Валерий Хисаметдинов Рәхмәт хаты тапшырҙы.
► Абҙаҡтарҙы һәм тирә-яҡ ауылдар халҡын ут стихияһынан кемдәр һаҡлай һәм ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта кем беренсе ярҙамға килә?
- Авария-ҡотҡарыу эштәрен үткәргәндә һәм янғындарҙы һүндергәндә, Белорет гарнизоны, Әбйәлил районы буйынса ваҡиға урынына сығыу теҙмәһенә ярашлы, Белорет 44-се янғын-ҡотҡарыу часынан, Әбйәлилрайоны Кусимов руднигынан һәмБелореттың төбәк эҙләү-ҡотҡарыухеҙмәтенән коллегаларыбыҙ ярҙамғакилә. Абҙаҡ янғын часына ике районауылдары беркетелгән. Абҙаҡ хакимиәтенең Абҙаҡ (1549 кеше), ЯңыАбҙаҡ (236 кеше), Мөхәмәт (136 кеше)һәм Ҡаҫмаҡты (23 кеше) ауылдарыҡарай, күрше Әбйәлил районыныңБайым ауыл хакимиәтенә ҡарағанМораҡай (238 кеше), Яңы Балапан(325 кеше), Йәнекәй (277 кеше) һәмЯйҡар (187 кеше) ауылдарын хеҙмәтләндерәбеҙ. Тик был яуаплылыҡтыңтерриториаль зонаһы ғына. Ғәҙәттәнтыш хәлдәр килеп тыуа икән, уларҡайҙа булыуына, урынлашыуына ҡарамаҫтан, ваҡиға урынына яҡыныраҡбулған подразделение сыға. Күләмлеянғындарға һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә өҫтәмә көс һәм саралар бүленә.
► 2022 йыл ут менән көрәшеүселәр өсөн ниндәй булды?Абҙаҡ янғын часы нисә ваҡиға урынына сыҡты?
- 2022 йылда янғын һүндереүселәрваҡиға урынына 68 тапҡыр сыҡҡан,шуларҙың 21-е - янғын. Бынан тыш, юл-транспорт ваҡиғаһына ла сығабыҙ. Бында инде коллектив ағзаларының берҙәм эшләүендә һәм тиҙ ҡарар ҡабул итә белеүҙә зыян күреүселәрҙеңғүмере тора. Былтыр резервуарҙа газ-һауа ҡатнашмаһының шартлауы һөҙөмтәһендә сыҡҡан янғынды һүндереүҙә ҡатнаштыҡ. Предприятие,сәнәғәт объекттары, йорт-ҡураларҙа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғындар йыш сығып тора. Электровоз, автомобиль янып киткән осраҡтар ҙа булды.Ете юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде,алты кешегә ярҙам күрһәттек. Урманда, хужаһыҙ төҙөлөштә янғындарбула, бигерәк тә, яҙғы миҙгелдә ҡороүлән, сүп-сар яғыуҙан сыҡҡан янғындар йыш күҙәтелә.
► Часть техник яҡтан тулыландырылғанмы?
- Эйе. Базала ике берәмек техника -АЦ-6,0-40, Урал-5557 автобилдәре һәм авария-ҡотҡарыу ҡоралдары иҫәпләнә.
► Ниндәй янғынды һүндереүе ауырыраҡ? Ниндәйҙер тораҡ объект йәки ландшафт янғынымы? Янғын күпселек осраҡта нимәнән килеп сыға?
- Ниндәйен һүндереүе ауырыраҡ! Һорауҙы былай ҡуймаҫҡа кәрәктер. Барыһын да һүндереүе ауыр. Шулай ҙа тораҡ йортта сыҡҡаны иң ауырылыр, сөнки ул кеше ғүмере менән бәйле. Кеше ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу - беҙҙең төп бурыс. Ә унан да ҡиммәтерәк нимә бар һуң!? Янғындар күбеһенсә кешелек факторына бәйле. Тирә-йүнгә һалҡын ҡараш, йорт йыһаздарының, көнкүреш техникаһының төҙөк булмауы, тәбиғәттә ял иткәндә хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәүҙән янғындар килеп сыға ла инде.
► Эшегеҙҙә иң ауыры нимә?
- Иң ауыры янғын һүндереү һәм юл-транспорт ваҡиғаһында авария-ҡотҡарыу эштәрен алып барыуҙыр.
► Ваҡиға урынына сығыуҙар араһында нимәләр менән шөғөлләнәһегеҙ? Ниңә “Янғын һүндереүсе кеүек йоҡлай” тиҙәр.
- Халыҡта ҡотҡарыусылар тәүлегенә 25 сәғәт йоҡлай тигән ышаныу бар. Ә беҙ 4 сәғәт кенә йоҡлайбыҙ тиергә мөмкин. Ҡотҡарыусылар саҡырыуҙар араһында фильм ҡарай йәки йоҡлай тигән фекер уйҙырма, әлбиттә. Сменала бер нисә ваҡиға урынына сығыуыбыҙ ихтимал. Ҡайһы берҙә бер смена буйы ваҡиға урынында эшләргә тура килә. Урындарға сыҡҡансы теорияны, төрлө объекттарҙағы янғындарҙы һүндереү карточкаларын өйрәнәбеҙ, объекттарҙа янғын гидранттары төҙөклөгөн тикшерәбеҙ, күнекмәләр үткәрәбеҙ. 2022 йылда барлығы 133 иҫкәртеү саралары үткәргәнбеҙ. Учреждение, объекттарҙа 10 тапҡыр инструктаж үткәрелгән, бында 422 кеше ҡатнашҡан. Балалар учреждениеларында күнекмәләр, янғын часында асыҡ ишектәр көнө, халыҡ менән сходтар, “Торлаҡ” операцияһы сиктәрендә йорттарға йөрөп халыҡ менән аралашыу, күләмле сараларҙа янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау кеүек саралар үткәрҙек.
► Белеүебеҙсә, янғын һүндереүселәр районда үткән төрлө сараларҙа актив ҡатнашалар. Араларында ижади кешеләр ҙә бар.
- Шәхси состав мәҙәни-спорт сараларында йыш ҡатнаша. Коллективыбыҙҙа талантлы, ижади хеҙмәткәрҙәр ҙә бар. Төрлө спорт-конкурстарҙа ҡатнашырға тырышабыҙ.
► Янғын һүндереүселәр ырымға ышанамы?
- Сменаны тапшырғанда ҡоро “ең” теләйбеҙ. Янғын һүндереүсе бер ваҡытта ла махсус “ең”де шлангы тимәй.
► Байрамығыҙ алдынан коллегаларығыҙҙы ла ҡотлап китегеҙ.
- Яҙмыш көн һайын һөнәрилектә һәм ныҡлыҡта һынаусыларҙы байрам менән ҡотлайым. Ҡурҡыу белмәү, иптәштәрсә бер-береңә ярҙам итеү, башҡаларҙың бәләһенә битараф булмау, миһырбанлыҡ һәм үҙеңде ҡорбан итергә әҙер тороу - ут линияһында торған, уяу булған янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте эшселәренең асылы. Бәхет, ныҡлы сәләмәтлек һәм мөмкин тиклем күп тыныс дежур итеүҙәр теләйем.
► Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Азамат Ишйәр улы.