+17 °С
Ясно


Баҡсала сейә, груша, алмағастар май башында уҡ ап-аҡ сәскәгә төрөндө. Оҙаҡламай, ниһайәт, балан да сәскә ата башлаясаҡ.
Күп кенә баҡсасылар, тәҙрә төбөндә ултырған үҫентеләрҙе баҡсаға ҡапламайынса ғына ҡасан сығарып ултыртырға ярай икән, тип баш вата. Халыҡта элек-электән “балан сәскә атһа, ҡырауҙар башҡаса булмай” дигән һынамыш йәшәп килә. Баҡсасылар был һынамыш менән килешә.
Баландың беренсе сәскәләре күренә башлау менән помидор, татлы борос, баклажан үҫентеләрен асыҡ түтәлгә сығарып ултыртырға була. Был инде башҡаса һалҡындар булмай, ҡырау төшмәй тигәнде аңлата.
Фото: stihi.ru