Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Май 2023, 09:48

Һыуҙа һаҡ булырға саҡырабыҙ

Һыу буйында ял итеү киң таралған ял төрө булып тора. Өҫтәүенә, ҡаланан ситтә, һыу буйында ял итеү теләге йыл миҙгеленә ҡарамай. Халыҡ уға йәй һәм ҡыш көнө өҫтөнлөк бирә һәм йыш ҡына уның эргәһендә булғанда үҙ хәүефһеҙлеге тураһында уйларға онота.

Һыуҙа һаҡ булырға саҡырабыҙ
Һыуҙа һаҡ булырға саҡырабыҙ

Әлбиттә, һыу объекттарында кеше именлеген тәьмин итеү буйынса бурыстар Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының махсус бүлексәләренә йөкмәтелгән. Әммә, ял итеүселәр үҙҙәре лә, бәхетһеҙ осраҡтар булмаһын өсөн һыу ятҡылыҡтарында ҡайһы бер төп ҡағиҙәләрҙе белергә һәм ҡулланырға тейеш.

Бөгөн кешеләр күпләп һыу ятҡылыҡтарына бара. Хәүефһеҙлек сараларын үтәмәйенсә, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.

Йәйге осорҙа һыу ятҡылыҡтарында халыҡ күпләп әүҙемләшә, эҫе ҡояш кешеләрҙе пассив йәки әүҙем ял итергә саҡыра. Һыу объекттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү планына, ҡағиҙә булараҡ, ашығыс һәм медицина пункттары ойошторған рәсми пляждар ғына инә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы баш идаралығының һыу объекттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеге бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылда 114 кеше, шул иҫәптән 11 бала батып үлгән. 114 кешенең 87-һе (АППГ- 95 кеше), һыу инеү миҙгелендә шуларҙың 76 проценты һәләк булған. Шул уҡ ваҡытта 87 кешенең 31-е һыу инеүҙе тыйған билдәләр ҡуйылған урындарҙа батып үлгән. Был факт хоҡуҡ боҙоусыларға административ тәьҫир итеү сараларының ҡабул ителмәүе хаҡында күрһәтә. Быға шулай уҡ ҡотҡарыусыларҙың мобиль бүлексәләренең һүлпән эшләүе булышлыҡ итте, улар бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртергә хоҡуҡлы. Бөтәһе 69 бүлексә булдырылған.

2023 йылдың 22 майына ҡарата республиканың һыу объекттарында 10 ваҡиға теркәлгән, 10 кеше батып үлгән (шул иҫәптән 1 бала), уҙған йылда был осорҙа 6 кеше батып үлгән.

Республика биләмәһендә һыуҙағы фажиғәләрҙең төп сәбәптәре булып:
- яр ситенән ҡолау;
- балыҡ тотоу ваҡытындағы бәхетһеҙ осраҡтар;

- иҫерек хәлдә булыу;
- балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыутора.


Һыу ингәндә ярамай:
1. Таныш булмаған урында йөҙөү, күперҙәр аҫтында һәм плотинала йөҙөү.

2. Йылға төбөнөң тәрәнлеген һәм рельефын белмәйенсә, бейектән һыуға һикереү.
3. Йөҙөү сиктәрен билдәләүсе ҡалҡыуыстар аръяғына йөҙөп сығыу.
4. Судноларға, һалдарға һәм башҡа йөҙөү сараларына яҡынлашырға.
5. Кәмәнән, катерҙан, ярҙан һыуға һикерергә.
6. Һыуҙа уйындар уйнағанда ҡулға ҡул тотоношорға, бер-береңде ҡулдарҙан, аяҡтарҙан эләктерергә.
7. Һыуҙа йәки яр буйында алкоголь ҡулланырға. (Алкоголь тигеҙлекте, хәрәкәттәрҙе координациялауҙы һәм үҙ-үҙеңде контролдә тотоуҙы насарайта).
8. Йөҙә белмәгәндәргә махсус йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инергә ярамай!

“Һыу инеү тыйыла!” аншлагы торғанурында Һыу инеү ҡәтғи тыйыла!


Кәмәлә йөрөгәндә түбәндәге ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк:

► кәмәгә сиратлап инергә кәрәк: бер-берең менән төрткөләшмәҫкә, ашыҡмаҫҡа;
► кәмәлә ҡотҡарыу жилеты кейергә кәрәк һәм ҡотҡарыу түңәрәге булһын;
► бөтә шәхси әйберҙәрҙе яр буйында ҡалдырырға;
► ауырлыҡ тигеҙлеген булдырып ултырырға;
► ярҙан ситкә киткәс, уяулыҡты юғалтмаҫҡа. Йыш ҡына һыу мотоциклдары һәм башҡа кәмәләр менән бәрелешеүҙәр осрай;
► баҫып торорға, кәмәнән һикерергә ярамай.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәгәндә, ҡазаға тарыуығыҙ ихтимал.


 Ринат НУРИЕВ, бәләкәй суднолар буйынса өлкән дәүләт инспекторы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: