Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Июнь 2023, 07:04

Уны хеҙмәте биҙәй

Яҙмыштарын үтә яуаплы, ҡатмарлы, әммә иң миһырбанлы һәм кешелек өсөн кәрәкле һөнәр менән бәйләгән, сирләп киткән саҡта, ауыр минуттарҙа ярҙамға килеп беҙҙе, яҡындарыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырған, ауыр сирҙәрҙән ҡотҡарған, сабыйҙарға яҡты донъяға килергә булышлыҡ иткән, иртәгәһе көнгә өмөт уятҡан, тәүге кисектергеһеҙ ашығыс ярҙам күрһәткән, алһыҙ-ялһыҙ, байрамдарһыҙ эшләгән аҡ халатлыларға һәр саҡ хөрмәт менән ҡарайбыҙ.

Уны хеҙмәте биҙәй
Уны хеҙмәте биҙәй

Был һөнәрҙең ауырлығынан ҡурҡмай, кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ алып, ғүмер буйы ошо өлкәлә эшләгәндәр, бала саҡ хыялына тоғро ҡалғандар айырыуса ҙур иғтибарға лайыҡ.

Үҙәк район клиник дауаханаһының кардиология бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләгән, был өлкәлә 44 йыл эш стажына эйә хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау отличнигы Гөлдәр ИШМЫРҘИНА ла был йәһәттән үҙенең эше менән күптәргә, айырыуса йәштәргә өлгө булып тора.

- Әбйәлил районы Байым ауылында ғаиләлә алтынсы ҡыҙ булып донъяға килгәнмен. Бөйөк Ватан һуғышына үҙ теләге менән китеп, 1949 йылда ғына әйләнеп ҡайтҡан атайым - Кәлимулла Ғәйнулла улы менән һуғыш осорондағы ауырлыҡтарҙы кисергән әсәйем - Нәлбикә Әбсәдей ҡыҙы беҙгә матур тәрбиә биреп, эшкә өйрәтеп, иркәләп, наҙлап үҫтерҙе, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, тырыш һәм егәрле булырға әйҙәне. 1968 йылда ауыл мәктәбенең VIII класын тамамлағас, үҙ теләгем менән
Белорет медицина училищеһына (хәҙер колледж) уҡырға инергә юлландым. Был минең бала саҡ хыялы ине. Элек мәктәпкә шәфҡәт туташтары профилактик прививка яһарға килгәндәрендә эфир еҫен еҫкәп туймай инем һәм улар миңә аҡ халатлы фәрештә кеүек тойола инеләр. Үҙем кешеләргә ярҙамсыл булыуым, башҡаларға ярҙам итеү теләге лә был һөнәрҙе һайларға этәргәндер.

Шулай итеп, “Шәфҡәт туташы” бүлегенә уңышлы ғына уҡырға индем. Училищела һәр саҡ яҡшы уҡып, стипендиат булдым. Имтихандарға иң тәүгеләрҙән инеп яуап бирергә, ниндәй генә эштә лә беренсе булырға яраттым.

1979 йылда ҡулыма диплом алғас, юллама буйынса Өфөләге Республика балалар клиник дауаханаһының гематология бүлегенә эшкә ебәрҙеләр. Яңы ғына уҡыуҙы тамамлаған йәш ҡыҙға бында эшләүе эмоциональ яҡтан бик ауыр булды. Балалар үлемен күреү, уларҙың һыҙланыуҙарҙан, ауырыуҙарҙан интеккән йөҙҙәренә
ҡарау ҡыйын ине... 7 йыл эшләү осоронда яҡшы хеҙмәтем өсөн етәкселәр тарафынан Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булдым. Ошо осорҙа өс йыл дуҫлашып йөрөгән Әбйәлил районы Иҫке Балапан ауылы егете Хәтип Әнүәр улы менән ғаилә ҡорҙоҡ. Ул Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған йыл ине. Тормош иптәшемде юллама буйынса Бишбүләк районына эшкә ебәрҙеләр.

Унда 2 йыл стационарҙа балалар бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләгәс, декрет ялына киттем. Улыбыҙ тыуғас, иптәшемде дуҫтары Белоретҡа саҡырып алды. Белоретҡа ҡайтҡас үҙәк район клиник дауаханаһының терапия бүлегенә эшкә төштөм. 2000 йылда кардиология бүлегенә күстем һәм әлеге көнгә тиклем шунда эшләйем.

Тормош иптәшем менән ике ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Өлкән улыбыҙ Илдар Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Киленебеҙ Нәзирә менән Ислам, Әмирхан һәм Мәҙинә исемле балалар тәрбиәләйҙәр. Икенсе улыбыҙ Булат киленебеҙ Ирина менән Өфөлә төпләнделәр, Искәндәр һәм Рәминә исемле балалар бағалар.

Буш ваҡыт бик һирәк кенә эләгә. Был ваҡытта бәйләм бәйләргә, ҡораманан түшәктәр эшләргә, баҡсала булышырға яратам. Ҡаҙ, тауыҡ үҫтерәбеҙ. Ҡыш көнө урманда саф һауала йөрөү, конькиҙа шыуыу оҡшай. Ғаиләбеҙ менән Ағиҙел йылғаһы буйында ял итеү традицияға ингән. Бөрйән районына, Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Әбйәлил районындағы күлдәргә, СольИлецкиға сәйәхәт ҡылдыҡ. Үҙебеҙҙең Башҡортостан тәбиғәте бигерәк матур. Тик хәҙер балалар ситтә булғас, йыш осрашыуҙар эләкмәй. Ейәндәр йыш киләләр. Әлеге ваҡытта Ислам улым ял итә, олатаһына ярҙамлаша, эшкә өйрәнә. Өй төҙөйбөҙ, ваҡ-төйәк эштәре генә ҡалды.

Эштә төрлө саҡтар була - ауыр ваҡыттарҙа “Шайморатов генерал” кеүек патриотик йырҙарҙы тыңлайым, “Бирешмә, һин бит ветеран балаһы”, тип үҙемде йыуатам. Оҙаҡ йылдар урыҫтар араһында эшләгәс, миңә милләтебеҙҙең бәҫен төшөрмәй, тырышып, сәмләнеп эшләргә тура килде. Аллаға шөкөр, коллективыбыҙ татыу,
берҙәм, бер-беребеҙгә ярҙамсылбыҙ.

Шуныһы үкенесле - йәштәр эшкә килмәй. Быға эштең ауыр булыуы сәбәплеме, әллә башҡа хәлме? Практикаға килгән студенттар менән үҙебеҙҙең осорҙағы егет-ҡыҙҙарҙы сағыштырып булмай. Беҙ укол эшләргә, системалар ҡуйырға өйрәнергә, оло, тәжрибәле апайҙарҙан белмәгәнебеҙҙе өйрәнеп ҡалырға ашҡынып тора инек. Хәҙерге йәштәр һүлпәнерәк.

Гәзит уҡыусыларҙы үҙҙәренең һаулыҡтарына иғтибарлы булырға, ваҡытында профилактик медицина күҙәтеүҙәрен үтергә, үҙ аллы дауаланмаҫҡа, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға әйҙәр инем. Барыһына ла именлек, күңел һәм йән тыныслығы теләйем, - тип һүҙен йомғаҡланы Гөлдәр Кәлимулла ҡыҙы.

Үҙ сиратыбыҙҙа, барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, фиҙаҡәр хеҙмәттәрендә уңыштар, үҙҙәренә һәм ғаиләләренә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет теләйбеҙ!

Автор: Расима Салихова
Читайте нас