

Иртәнге байрам намаҙынан һуң, ауылыбыҙҙың имам-хатибы Ринат Мәүлит улы Хәлилов мәсет исеменән ҡорбанға тигән һарыҡты шартына килтереп һуйып, мәсеткә алып килде. Уны ауылыбыҙҙың уңған, егәрле инәйҙәре – Рәшиҙә Мөхәмәтғалина, Таңһылыу Мөхәмәтдинова, Айһылыу Йомағужина, Фәрзәнә Хәйбуллина бисмиллаларын әйтеп, доғаларын уҡып, телеңде йоторлоҡ аш һәм былау итеп бешерҙеләр. Уларға өҫтәл әҙерләргә ярҙамсылар ҙа килеп етте. Фәйрүзә Мөхәмәтғалина, Зилә Шәғәлина, Лилиә Хәликанова, Фатима Хәлилова, Дилә, Мәҙинә, Флүрә Йомағужиналар, Миңзәлә Ғәлиастанова йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләштеләр.
Мәсеттә байрам намаҙы, хөдбә уҡылды, хәйер-саҙаҡалар таратылды. Эш ваҡыты, еләк миҙгеле булыуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙең изге байрамыбыҙҙы хөрмәт итеп килгән ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәт. Бигерәк тә балаларҙың күпләп мәсеткә килеүе, уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы аңлап, белеп үҫеүҙәре ҡыуандыра.
Изге Ҡорбан байрамы илебеҙгә тыныслыҡ алып килһен! Һәр йортҡа, һәр ғаиләгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, ҡот, бәрәкәт, мул тормош насип итһен. Яуҙа йөрөгән һалдаттарыбыҙ имен-аман үҙ ғаиләләренә ҡайтып, тыныс тормошта йәшәһен. Изге ниәттәребеҙ, уҡыған доғаларыбыҙ ҡабул булһын!
Фәрзәнә ХӘЙБУЛЛИНА, Үткәл ауылы.