Дөйөм мәҡәләләр
30 Июня 2023, 10:15

Яҙмышҡа яҙылған бәхет

Яҙмышын медицина менән бәйләгән Фәтҡуллина (Ғимранова) Лилиә Зәки ҡыҙын Октябрьский биҫтәһендә белмәгән кеше юҡтыр. 50 йыллыҡ медицина стажына эйә булған ханымды олоһо ла, кесеһе лә хөрмәт итә.

Яҙмышҡа яҙылған бәхетЯҙмышҡа яҙылған бәхет
Яҙмышҡа яҙылған бәхет

Лилиә Зәки ҡыҙы 1953 йылда Исмаҡай ауылында донъяға килә. Ата-әсәһе абруйлы уҡытыусылар була. Атаһы оҙаҡ йылдар директор вазифаһын башҡара, һуғыш ветераны. Исмаҡай мәктәбендә VIII класты тамамлағас, 1969 йылда Белорет медицина училищеһына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлай, йүнәлтмә буйынса Үрге Ҡыйғының үҙендә 2 йыл эшләп алғандан һуң ҡаланың Октябрьский биҫтәһендәге 3-сө амбулаторияға эшкә килә һәм 1974 йылдан алып 2022 йылға тиклем ошонда хеҙмәт юлын үтә. 38 йыл участка шәфҡәт туташы булһа, аҙаҡҡы 10 йылда процедура кабинетының шәфҡәт туташы булып эшләй.

Бала саҡтан уҡ табип булырға хыялланған Лилиәнең тормошо медицинанан айырылһығыҙ. Студент йылдарынан уҡ шәфҡәт туташы булып эшләп, үҙ йүнен үҙе күрергә өйрәнгән, ауырлыҡтарға бирешмәй, кешеләр менән аралаша, әңгәмә ҡора белеүе, килешеп эшләүе, хеҙмәттәштәре менән йылы мөнәсәбәттә булыуы менән эшендә лә һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә була. Нисә йыл рәттән уның фотоһы Почет таҡтаһынан төшмәй, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары бар. Күп ғүмер эштә үткәс, ғаиләһендә лә аңлап, кәрәк саҡта һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙам итергә әҙер торалар.

Мәңгелек мөхәббәте менән ошо амбулаторияла осрашалар. Иптәше Мәжит Фәйзулла улы БМК-ла мартен цехында мастер булып эшләгән. Дүрт балаға ғүмер биреп, 2 ҡыҙ, 2 ул үҫтерәләр, уларға бына тигән тәрбиә һәм белем бирәләр. Бәхетле әсәй һәм өләсәй хәҙер инде балаларының, ейәнейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй. Лилиә Зәки ҡыҙы балаларының уңыштары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Гөрләтеп баҡса, матур гөлдәр үҫтерә, бала саҡтан эш һөйөүсән, тырыш кешенең донъяһы ла гөлт итеп тора. Ейән-ейәнсәр һөйөп, балалар шатлығына ҡыуанып таң ҡаршылай бөгөн ғүмер йомғағының етенсе тиҫтәһен тултырырға йыйынған Лилиә Зәки ҡыҙы.

Хәлиҙә БАКИРОВА.
Наил ШАКИРОВ фотоһы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас