Дөйөм мәҡәләләр
6 Июля 2023, 10:14

Изгелек эшләү - файҙалы доға

“Еҫерҙәрҙең алдында Күҙенә керпек булығыҙ!” - тиелә “Урал батыр” эпосында.

Изгелек эшләү - файҙалы доғаИзгелек эшләү - файҙалы доға
Изгелек эшләү - файҙалы доға

Мохтаждарға, ҡараусыһыҙ ҡалған кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыу, ҡул ярҙамын, тел ярҙамын, матди ярҙамды даими эшләү зарур. “Урал батыр” эпосында яңғыраған юлдарҙа тап ошондай тәрән мәғәнәгә эйә һүҙҙәр ята.

Ябай ғына йылы һүҙ, яҡты ҡараш, яҡшы мөнәсәбәт, рәхмәт һәм ярҙам хистәре һәр кем күңелендә йәшәп, ябайлыҡ һәм мәрхәмәтлек төшөнсәләре урын алһа, татыулыҡ һәм берҙәмлек хистәре ныҡ һәм көслө булыр ине, минеңсә. Был хаҡта һәр кемдең үҙ ҡарашы, әлбиттә. Бөгөнгө әйтер һүҙем, хәйриәлек хаҡында.

Ошо көндәрҙә Инйәр халҡын “Доброцен” магазины үҙ ишектәрен асып ҡыуандырҙы. Ә мин ошо магазиндың хәйриә акцияһында ҡушылып, Инйәрҙең 2-се мәктәбе уҡыусылары - Азазель Фәйзуллинаға - планшет, Диана һәм Юлиана Абдуллиналарға тәмлекәстәр һәм уҡыу кәрәк-яраҡтары бүләк итеүҙәренә ҡыуандым.

Наталья Борисовна Бадгутдинова, Эльвира Харас ҡыҙы Мораҙымова һәм автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры Эдуард Марсель улы Батыровҡа оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәһе килә.

Мәрхәмәтле булайыҡ! Ризаитдин Фәхретдин әйтмешләй, изгелек эшләү - иң файҙалы доға ул.

Асия ЙОСОПОВА,
Инйәр ауылы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас