Дөйөм мәҡәләләр
8 Августа 2023, 05:52

Йәйге салаттар

Йәйен майлы, ашҡаҙан ауыр етештергән бер нәмә лә ашағы килмәй. Был осорҙа еңел һәм тиҙ әҙерләнә  торған салаттар - иң яҡшыһы.

Йәйге салаттарЙәйге салаттар
Йәйге салаттар

Тәү сиратта миҙгелле йәшелсәләрҙе, емеш-еләк һәм йәшел тәмләткестәрҙе ашарға һәм организмды ҡышҡылыҡҡа витаминдар менән байытып ҡалырға кәрәк. Салаттар сәләмәт рациондың мөһим өлөшө тип иҫәпләнә. Классик салаттар эсенә, ҡағиҙә булараҡ, күп йәшелсә инә. Шулай уҡ йәшелсәле микс ауыр ризыҡ ҡабул иткәндән һуң яҡшы кәйеф менән тәьмин итә. Салаттар еңел үҙләштерелә һәм  тонуста ҡалырға ярҙам итә. Унан да бигерәк, салаттар ҡулланыу - ауырыуҙарҙан иң яҡшы иҫкәртеү булып тора. Йәшелсә һәм йәшел тәмләткестәрҙә бик күп витаминдар һәм микроэлементтар бар. Йәнә салаттар яман шеш һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен кәметә. Түбәндә һеҙгә файҙалы ла, туҡлыҡлы ла һәм еңел әҙерләнә торған салаттар исемлеген тәҡдим итәбеҙ.

Креветка менән

Кәрәк: 2 ҡыяр, 2 помидор, 1 ус латук (салат), 4 бүҙәнә йомортҡаһы, 250 г креветка, зәйтүн  майы, тоҙ.

Бешкән йомортҡаларҙы урталай бүлергә, креветкаларҙы бешереп таҙартырға. Йәшелсәләрҙе эре итеп турағас, бөтәһен дә бергә зәйтүн майы менән бутарға.

 

Рукола һәм баҡса еләге менән

Кәрәк: 100 г рукола, 100 г фета, 80 г грек сәтләүеге, 200 г баҡса еләге, 6 аш ҡалағы зәйтүн майы, 2 аш ҡалағы шарап (вино) һеркәһе, 1 аш ҡалағы бал һәм тәмләткестәр.

Еләкте бер нисә өлөшкә бүлергә, сәтләүекте ҡоро табала ҡыҙҙырырға, фетаны шаҡмаҡлап турарға. Бөтәһен дә рукола япраҡтары өҫтөнә һалып, һеркә, бал һәм тәмләткестәр менән бутарға.

 

Персик һәм тауыҡ менән

Кәрәк: 1 тауыҡ филеһе, 2 персик, 100 г салат япрағы, 75 г фета, 2 аш ҡалағы зәйтүн майы, 1 сәй ҡалағы гәрсис, 1 сәй ҡалағы шарап (вино) һеркәһе, тәмләткестәр.

Тауыҡ итен махсус сүкеш менән иҙеп, тәмләткестәр һибеп, табала ҡыҙҙырырға ла, оҙонсалап турарға. Персиктарҙы өлөштәргә бүлергә, фетаны шаҡмаҡлап турарға. Унан барыһын да һауытҡа һалып, зәйтүн емеше һәм һеркә һалып болғарға.

 

Шпинат һәм ҡурай еләге менән

Кәрәк: 100 г шпинат, 45 г сәтләүек, 120 г ҡурай еләге, 100 г фета, 60 мл зәйтүн майы, 1 аш ҡалағы шарап (вино) һеркәһе, 1 аш ҡалағы ярмалы гәрсис, 1 сәй ҡалағы лимон һуты, 1 сәй ҡалағы бал.

Шпинат япраҡтары өҫтөнә ҡурай еләген, сәтләүектәрҙе һәм шаҡмаҡлап туралған фетаны һалырға. Айырым һауытта зәйтүн майын, һеркәне, лимон һутын һәм гәрсисте яҡшылап туғырға ла, салат өҫтөнә ҡойорға.

 

Сөгөлдөр япрағы менән

Кәрәк: самаға ҡарап сөгөлдөр япрағы, һарымһаҡтың йәшел үҫентеһе, бер услам петрушка, 1 ҡыяр, 1 татлы борос, 3 аш ҡалағы зәйтүн майы, 1 аш ҡалағы алма һеркәһе, тәмләткестәр.

Сөгөлдөр япрағын һәм йәшел тәмләткестәрҙе ваҡ ҡына итеп турарға ла, уның өҫтөнә шаҡмаҡлап туралған татлы боросто, ҡыярҙы һалырға һәм һеркә, май, тәмләткестәрҙе һалып бергә болғарға.

 

Әфлисун һуты менән еләктән

Кәрәк: 2 стакан еләк, 2 ус сәтләүек, 120 г салат япрағы, 1 аш ҡалағы зәйтүн майы, 1 аш ҡалағы әфлисун һуты, 1 аш ҡалағы шарап (вино) һеркәһе, 1 сәй ҡалағы әфлисун ҡабығы, 1 сәй ҡалағы бал.

Ҡоро табала сәтләүекте ҡыҙҙырырға һәм ваҡларға. Салат япраҡтары өҫтөнә еләктәрҙе һалырға. Ҡалған ингредиенттарҙы айырым һауытта бергә болғатып, еләк өҫтөнә ҡойорға.

 

Халуми сыры менән

Кәрәк: 3 төрлө төҫтәге татлы борос, 1 банка зәйтүн емеше, 150 г халуми сыры, 4-ешәр япрак базилик һәм бөтнөк үләне (мята), 3 аш ҡалағы зәйтүн майы.

Татлы боросто эре итеп турарға ла йомшарғансы ҡыҙҙырырға. Айырым табала халуми сырын ҡыҙҙырып, бөтәһен дә тәрилкәгә һалырға. Унан бөтнөк менән базиликты өҫтәп, зәйтүн майы ҡойоп болғарға.

 

Йәш ташҡабаҡ менән фетанан

Кәрәк: 600 г ташҡабаҡ, 1 ҡыҙыл һуған, 150 г фета, 1 теш һарымһаҡ, 4 йәшел һуған ҡыяғы, 1 ус петрушка һәм укроп, 2 сәй ҡалағы әфлисун ҡабығы,  2 сәй ҡалағы лимон һуты, 5 аш ҡалағы зәйтүн майы, тәмләткестәр.

Ташҡабаҡты йәшелсә әрсегес ярҙамында нәҙек кенә ҡатламдарға телергә. Һарымһаҡты, йәшел тәмләткестәрҙе ваҡлап, фетаны шаҡмаҡлап турарға. Зәйтүн майы, әфлисун ҡабығы һәм лимон һуты ҡушып, барыһын да бергә болғарға.

 

Тауыҡ һәм ҡуҙаҡлы бохар борсағы менән

Кәрәк: 200 г бохар борсағы, 200 г ҡыяр, 200 г тауыҡ филеһы, 2 аш ҡалағы соя соусы, кунжут, тәмләткестәр.

Тауыҡ итен нәҙек итеп һаламлап турарға ла, тәмләткестәрҙә әүәләп табала ҡыҙҙырырға. Борсаҡты бер нисә өлөшкә бүлеп йомшарғансы бешерергә һәм бер аҙ табала ҡыҙҙырырға. Ҡыярҙы оҙонсалап турағас, барлыҡ ингридиенттарҙы бергә ҡушып болғарға.

 

Төҫлө кәбеҫтә һәм ҡыяр менән

Кәрәк: 1 кәбеҫтә, 4 йомортҡа, 100 г ҡаты сыр, 2 ҡыяр, 1/2 услам укроп, тәмләткестәр, ҡаймаҡ.

Кәбеҫтәне турап, йомшарғансы бешерергә. Бешкән йомортҡаны,  ҡыярҙы һәм сырҙы, укропты ваҡлап турағас, бөтәһен дә бергә болғарға.

 

Ҡарбуз һәм кукуруз менән

Кәрәк: 2 телем арбуз, 150 г брынза йәки фета, 2 сәкән кукуруз, 1/2 татлы борос, 1/2 ҡыҙыл һуған, йәшел тәмләткестәр, һарымһаҡ, зәйтүн майы.

Кукуруз емештәрен сәкәндән сисеп бер аҙ табала ҡыҙҙырырға. Ҡарбузды һәм брынзаны шаҡмаҡлап, һуғанды, татлы боросто, йәшел тәмләткестәрҙе һәм һарымһаҡты ваҡлап турарға. Барыһын да бергә болғап, өҫтөнә зәйтүн майы һибергә.

 

Абрикос һәм шпинат менән

Кәрәк: 200 г ыҫланған сыр, 12 бөртөк абрикос, 220 г ҡыяр, 100 г шпинат, 4 аш ҡалағы зәйтүн майы, 1 аш ҡалағы ярмалы гәрсис, 1 сәй ҡалағы алма һеркәһе, тоҙ.

Абрикосты телемдәргә бүлергә, сырҙы шаҡмаҡлап, ҡыярҙы түңәрәкләп турарға ла, барлыҡ ингридиенттарҙы бергә ҡушып болғарға.

 

ФОТО: https://o-tendencii.com/kulinarija/25712-ovoschnye-salaty-76-foto.html

 

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас