Хайуандар менән аралашыуҙа йәрәхәтләнеүҙән (тешләүҙәрҙән) ҡотолоу өсөн, өлкәндәр балаларға түбәндәге тәртип һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында даими иҫкәртергә тейеш:
- эте булған дуҫына йәки туғанына баланы алып барыу тураһында алдан хәбәр итергә һәм уны оҙатып барырға;
- таныш булмаған хайуандарға хатта тәү ҡарашҡа улар хәүеф тыуҙырмаһа ла, яҡын бармаҫҡа кәрәк;
- ҡырағай (ҡарауһыҙ) хайуандар менән уйнамаҫҡа, тотмаҫҡа, ашатмаҫҡа;
- хайуандар ашаған ваҡытта, балаларын ашатыу мәлендә булғанда уларҙы борсомаҫҡа;
- бәйҙә торған эткә, һуғышҡан йорт хайуандарына (бигерәк тә эттәр һәм бесәйҙәргә ҡағыла) яҡын килергә, уларҙы айырырға тырышырға ярамай;
- хайуандарҙы мыҫҡылламаҫҡа, был - аҙыҡ һалынған мискәне алып ҡасыу, киҫәк тәҡдим итеү һәм бирмәү, ныҡ итеп һелкетеү, ҡысҡырыу һәм аяҡ менән тибеү тигәнде аңлата;
- йөҙөңдө эт йәки бесәй йөҙөнә яҡынайтырға, ҡойроғонан һәм ҡолаҡтарынан тартырға, йөҙөнә ҡағылырға ярамай. Сөнки был осраҡта бесәйҙәр һәм эттәрҙең реакцияһы нисек булырын белеп булмай;
- әгәр бала хайуанға ҡағылырға теләһә, ул өлкәндәрҙән рөхсәт һорарға тейеш, иң яҡшыһы-ата-әсәләрҙән. Эттең башын, ҡолағын йәки яңағын һөртөргә кәрәк, тәнен һөртөргә кәңәш ителмәй;
- хайуандарға тыныс аҙым менән яҡын килергә кәрәк, йүгереп, хәрәкәт итеүсе велосипедта йәки башҡа транспорт төрҙәрендә яҡын килергә, киҫкен хәрәкәттәр яһарға, улар алдында һикерергә йәки улар аша һикерергә ярамай;
- сәйер ҡыланыусы эттәргә яҡын барырға ярамай. Мәҫәлән, ҡотороу ауырыуының билдәләре булһа: аҡһау йәки һелкенеү, ирендәрендә төкөрөк йәки күбек, агрессив тәртип (кешеләргә, хайуандарға йәки әйберҙәргә ташлана) ориентацияһын юғалтыу.
Әгәр һеҙҙе хайуан тешләһә (бигерәк тә ҡырағай хайуан) шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк!
Район-ҡала ветеринария станцияһы.
Фото: https://mykaleidoscope.ru/x/jemocii/5607-agressija-u-sobak-62-foto.html