Дөйөм мәҡәләләр
9 Августа 2023, 09:31

Супермаркеттар беҙҙе нисек алдай?

Аппетит уяныуы Хис ағзалары - маркетологтарҙың иң әүҙем союздаштары. Күпме тапҡыр: “Магазиндарға ас йөрөмәгеҙ, сөнки ашарға теләгән һайын, кәрәкмәгәнде күберәк һатып алаһығыҙ!” - тип әйтәләр. Әммә ас булмаһағыҙ ҙа, супермаркеттарҙың аппетитығыҙҙы уятыу өсөн төрлө ысулдары бар.

Супермаркеттар беҙҙе нисек алдай?Супермаркеттар беҙҙе нисек алдай?
Супермаркеттар беҙҙе нисек алдай?

Мәҫәлән, яңы бешерелгән икмәк еҫе үҙен яҡшы күрһәтә: ул һатып алыусыны ҙурыраҡ сумманы тотонорға ҡоторта. Дөрөҫ ҡуйылған яҡтыртыу яҡшы эшләй: витриналағы аҙыҡ-түлек байрамса сағыу, һутлы һәм ымһындырғыс күренә.

Әммә иң ҡеүәтле ысулдарҙың береһе - төкөрөк бүленеп сығыуҙы һәм ашығыс рәүештә нимәлер һатып алыу теләген тыуҙырыу ул - бушлай тәмләп ҡарау өлгөләре. Беренсенән, уларҙың еҫе сыға һәм һеҙ уларҙы һатып алырға теләйһегеҙ. Икенсенән, бушлай табын әҙерләгәндән һуң, магазинға рәхмәт әйтергә бурыслы булыуыңды тоя башлайһың. Был колбасаны тәмләп ҡарамаған булһағыҙ, уның тураһында иҫкә лә төшөрмәҫ инегеҙ. Ә хәҙер ул һеҙҙең кәрзиндә. Һәм, әлбиттә, чекта.

  1. Музыка гипнозы

Супермаркетта дәртле музыка ишетһәгеҙ, иғтибарығыҙҙы максималь кимәлгә еткерегеҙ. Тиҙ темптағы мелодияларҙы һатыу һанын арттырыу мөһим булған урындарҙа ҡуялар. Америка маркетинг ассоциацияһы үткәргән тикшеренеүҙәр шуны иҫбатлай - көслө музыка һатып алыусыларҙы үҙенән-үҙе һатып алыуға этәрә.

Аңһыҙ рәүештә драйв темптарына яраҡлашып, беҙ арбаға ҡиммәтерәк тауарҙарҙы, хатта күберәк күләмдә лә һалабыҙ.

Икенсе яҡтан, әкрен музыка - ул да хәйлә. Магазиндар махсус рәүештә йөрәк тибеше уртаса йышлығынан күпкә әкренерәк ритмлы композициялар һайлай. Был кешеләрҙе кәштәләрҙә оҙағыраҡ торорға, сауҙа залында күберәк ваҡыт үткәрергә һәм, һөҙөмтәлә, күберәк һатып алырға мәжбүр итә. Шуға күрә, үҙегеҙҙе бындай музыка йоғонтоһонан һаҡлар өсөн магазиндарҙа наушниктар менән йөрөгөҙ.

  1. Төҫтәр биҙәлеше

Кешеләрҙе инеү урынының стеналары йылы – ҡыҙыл, ҡыҙғылт һары, һары төҫтәргә буялған магазиндар үҙенә тарта. Ә бына эске төҫтәр үҙгәрә: интерьерҙағы һалҡын  - зәңгәр, йәшел төҫтәр һатып алыусыларҙы күберәк сарыф итергә мәжбүр итә. Бындай магазиндарҙа клиенттар стеналары һәм кәштәләре йылы төҫтәргә буялған магазиндарға ҡарағанда 15 процентҡа күберәк аҡса ҡалдыра.

  1. Дисконт карталары һәм лояллек программалары

Һеҙҙең өсөн түләүһеҙ карталар булдырылды тип уйлайһығыҙмы? Шуны танырға кәрәк, был өлөшләтә дөрөҫ. Әммә барыһы ла түгел. Магазин лояллек карталары эйәләрендә бер нисә сәбәп арҡаһында күпкә күберәк экономия яһай.

Картаһы һеҙҙе конкрет супермаркетҡа бәйләй. Ике бер төрлө магазин араһында һайлау яһағанда, һеҙ, моғайын, “тоғролоҡ” программаһы эшләгән урынға барырһығыҙ.

Карта күҙәтә һәм  һатып алыу ғәҙәттәрегеҙ тураһында мәғлүмәт бирә. Ниндәй хаҡ категорияһындағы иткә өҫтөнлөк бирәһегеҙ? Эттәр өсөн күпме аҙыҡ һатып алаһығыҙ? Шоколад яратаһығыҙмы, әллә десерттар һалабыҙмы? Карта ярҙамында супермаркет һеҙҙең сығымдарығыҙ тураһында белә һәм уларға йоғонто яһау мөмкинлегенә эйә була.

Күп кенә супермаркеттар селтәрендә тотонолған һәр һум өсөн балл йыя. Һуңыраҡ был балдарҙы аҡсаға күсерергә мөмкин. Файҙалымы? Бер яҡтан эйе. Икенсе яҡтан, магазин һеҙҙе күберәк аҡса туплау өсөн күберәк сарыф итергә мәжбүр итеүен үҙегеҙ ҙә һиҙмәйһегеҙ.

  1. “Ҡармаҡ” тауарҙары

“100 һумға ғына 10 дана һатып ал!” - иҫке яҡшы маркетинг хәйләһе. Күптәр бындай тәҡдимде хуплай, һөҙөмтәлә, кәрәгенән күберәк аҙыҡ-түлек һатып ала.

Тағы ла нескә манипуляциялар бар. Магазин ниндәйҙер популяр тауарҙы ысынлап та яҡшы хаҡҡа тәҡдим итә. Мәҫәлән, шешлек миҙгелендә ит йәки билдәле маркалы ҙур  биҙрә шешлек.

Файҙалы тауар һатып алыусыларҙы билдәле бер супермаркетҡа инергә мәжбүр итеү өсөн әүҙем реклама яһала. Әммә сауҙа залына ит йәки теге шешлекте алырға инһә, ниңә башҡа бер нәмә лә һатып алмаҫҡа? Ошондай һатып алыуҙарҙа магазин касса эшләй.

  1. Тулыландырыусы тауарҙар

Һеҙ магазинға балағыҙ өсөн яратҡан крекерҙар пакетын алырға инәһегеҙ. Шул уҡ стеллаж янында балалар шоколады һәм зефирҙар табыла. “Быны ла алайым әле”, тип һеҙ өс тауарҙы ла кәрзингә ташлайһығыҙ. Бындай комбинациялар шулай эшләй.

Ҡайһы бер комбо-комбинациялар асыҡ күренә, мәҫәлән, шампунь һәм бальзам. Ҡайһы берҙәре нескәрәк - мәҫәлән, бер тапҡыр ҡулланыла торған пластик тәрилкәләр һәм матур ҡағыҙ салфеткалар. Беҙгә салфеткаларҙы үҙебеҙ һатып алырға ҡарар иткәндәй тойола. Ысынлап та, һеҙҙең үҙенән-үҙе һатып алыуығыҙ алдан уҡ күҙалланған.

Әгәр ҡулығыҙ бер секунд элек һатып алырға йыйынмаған тауарға һуҙылһа, үҙегеҙҙән: “Ә был миңә ысынлап та кәрәкме?”, тип һорағыҙ.

  1. Аҙыҡ-түлек тиҙ боҙола торған төргәк

Яңы икмәк йыш ҡына ҡағыҙ пакетта һатыла. Матурмы? Факт. Әммә практик түгел: бындай төргәктәге икмәк тиҙ кибә һәм һеҙгә магазинға йыш барырға тура киләсәк. Был да маркетинг хәйләләренең береһе булып тора. Шуға күрә супермаркеттан ҡайтҡас, һатып алған әйберҙәрҙең һаҡланыу ваҡыты мөмкин тиклем оҙағыраҡҡа етерлек һауыттарға, йәки пакеттарға һалырға тырышығыҙ.

8.Өҫтәмә хаҡлы тауарҙар

Супермаркеттар хаҡтар менән уйнай, айырыуса һатырға теләгән аҙыҡ-түлекте күҙ кимәленә күтәрә һәм магазин өсөн отошло булмаған арзан тауарҙарҙы иҙән кимәленә ҡуя. “Тылсымлы туғыҙ” эффекты киң таралған, унда 199 һумлыҡ аҙыҡ-түлек һатып алыусыларға 200 һумлыҡҡа ҡарағанда отошлораҡ булып күренә.

Һатып алыусыларға ни өсөн уларҙы алырға кәрәклеген аңлатыусы тауарҙар яҡшы тарала. Мәҫәлән, аҙыҡ-түлекте “Беҙҙең районда үҫтерелгән, тимәк, фермерҙарыбыҙға табыш килтерәсәк” тип билдәләргә мөмкин. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бындай тауарҙар өсөн һатып алыусылар 25 процентҡа тиклем күберәк түләргә әҙер.

Икенсе вариант - ризыҡ рецептары менән аҙыҡ-түлек. Улар һатып алыусыларға практик яҡтан яйлыраҡ булып күренә.

  1. Күп тапҡыр ҡулланыла торған брендлы эко сумкалар

Күп тапҡыр ҡулланыла торған экологик сумкалар пакеттар урынына гениаль маркетинг хәйләһе! Беренсенән, улар брендлы: сауҙа селтәрҙәре уларға үҙ логотиптарын урынлаштыра, һатып алыусыларҙы реклама биреүсегә әйләндерә. Икенсенән, улар клиенттарҙы супермаркетҡа ышанырға мәжбүр итә: “Әйҙәгеҙ, тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрәйек!”. Өсөнсөнән, улар уртаса чектың суммаһын арттыра. Һатып алыусылар тураһында хәстәрлек күреп, ҡиммәтерәк тәбиғи һәм органик аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә, ә һуңынан, кассала уҡ, үҙ изгелеге өсөн бүләк итеп, насар аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителә.

  1. Касса янындағы кәштәләр

Кассаларҙа маркетологтар ҡиммәтле һәм һәр ваҡыт кәрәкмәгән ваҡ-төйәк әйберҙәр урынлаштыра: шоколадтар, сағыу төргәктәге желелы кәнфиттәр, туңдырма, дымлы салфеткалар, ҡул өсөн дезинфекция гелдәре һәм башҡалар. Һеҙ, сауҙа залында йөрөп арығанлыҡтан, кассала ял итеп, үҙегеҙгә (йәки һеҙҙән дә арыған балаға) бүләк һатып алыуығыҙға иҫәп тотаһығыҙ. Һәм был эшләй.

Һеҙ, бәлки, дымлы салфеткалар кәрәклеген онотор инегеҙ. Әммә, әгәр һеҙ сауҙа залына кире килһәгеҙ, шундай уҡ салфеткаларҙы бер ярым тапҡырға арзаныраҡ хаҡҡа табыр инегеҙ. Кире барыу уңайһыҙ, шуға күрә һеҙ тауарҙы арттырылған хаҡҡа һатып алаһығыҙ, тағы ла бер тапҡыр магазиндар өсөн “алтын руна” менән тәьмин итеүсе булып китәһегеҙ.

Рәсимә СӘЛИХОВА әҙерләне.

Фото: https://wbooster.ru/blog/marketing/uvelichenie-roznichnyh-prodazh/?

Автор:Расима Салихова
Читайте нас