Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Август 2023, 11:01

Сөгөлдөрҙән салат

Кәрәк: 70 г һарымһаҡ, 120 г помидор, 100 г татлы борос, 80 г һуған, 60 мл үҫемлек майы, 10 г тоҙ, 40 г шәкәр, 40 мл аш һеркәһе.

Сөгөлдөрҙән салат
Сөгөлдөрҙән салат

Сөгөлдөрҙө таҙартырға ла эре ҡырғыс аша үткәрергә. Һуғанды оҙонсалап нәҙек итеп турарға һәм майҙа ҡыҙҙырырға. Уның өҫтөнә сөгөлдөрҙө һалғас, йәнә 10 минут бешерергә.

Помидорҙы ҡырғыс аша үткәрергә (былай иткәндә уның ҡабығы уста тороп ҡала). Татлы боросто таҙартырға
ла шаҡмаҡлап турарға һәм помидор менән икәүһен дә сөгөлдөргә ҡушып, тағы 10 минуттай бешереп алырға.

Аҙаҡ иҙелгән һарымһаҡ, тоҙ, шәкәр һәм аш һеркәһе өҫтәп, 2-3 минут ҡайнатырға, Стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас менән ябырға

ФОТО: https://ofazende.com/sekret-prigotovleniya-vkusnoj-svekly-na-zimu

Автор: Расима Салихова
Читайте нас