Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Август 2023, 15:56

Бәшмәкселәргә кәңәштәр

Бәшмәктәр - боронғо замандарҙан алып кешенең яратҡан тәмлекәрастәренең береһе. Улар аҡһымдар сығанағы булып тора һәм уларҙа бөтөнләй холестерин юҡ. Аҡһымдар һәм углеводтарҙан тыш, бәшмәктәр В1, В2, D витаминдарына, селен, калий һәм антиоксиданттарға бай. Бәшмәк йыйырға һәм ашарға яратыусылар йәйҙең һуңғы көндәрен һәм көҙҙө айырыуса көтөп ала.  Уларҙың иң ҡыҙған мәле август уртаһынан алып сентябрь уртаһына тиклем һәм йыйыу өсөн иң яҡшы мәл таңдан алып сәғәт 10-11-гә ҡәҙәр тәшкил итә.

Бәшмәкселәргә кәңәштәр
Бәшмәкселәргә кәңәштәр

Урманға бәшмәккә барғанда нимәләрҙе белергә кәрәк һуң? Ябай ғына, әммә хәүефһеҙлек өсөн бик мөһим булған ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың һаулығына зыян килмәҫ.

Тәжрибәле бәшмәкселәр урманда үҙең менән  нимә алырға кәрәклеген белә:

бәшмәк кәрзине;

бәшмәк өсөн бысаҡ;

бәшмәк эҙләү өсөн таяҡ;

пластырь һәм дезинфекция саралары менән дарыу һауыты;

һыу һәм бутербродтар;

шырпылар;

электрон GPS навигаторы;

зарядланған батареялы телефон.

 

Бәшмәкте нисек дөрөҫ йыйырға:

1. Бәшмәктәрҙе ҡояш йылытҡансы, иртә таңдан йыялар. Был осраҡта уларҙы оҙағыраҡ һаҡларға мөмкин.

2. Иҫке, үҫеп еткән бәшмәктәрҙе йыймағыҙ. Уларҙа кеше өсөн зарарлы аҙыҡ туплана һәм тирә-яҡ мөхиттән сит матдәләр һеңдерелә.

3. Йыйылған бәшмәктәрҙе шунда уҡ уларға йәбешкән ерҙән, япраҡтарҙан, үләндәрҙән һәм башҡа сүп-сарҙан таҙартырға. Бәшмәктәрҙе кәрзингә эшләпәләре менән аҫҡа һалыу дөрөҫөрәк, шулай улар яҡшыраҡ һаҡлана.

Бәшмәкселәр өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре:

- Бәшмәкте танымайынса, уны ҡырҡмағыҙ - бәшмәктәргә һаҡлыҡ менән ҡарағыҙ, сөнки бәшмәк - бик мәкерле аҙыҡ. Бәшмәктәрҙең тик танығандарын, ышаныслыларын ғына йыйырға.

- Әгәр йәй ямғырлы булһа, бәшмәк һыу менән һуғарыла һәм ҡулланыу өсөн яраҡһыҙ була. Бындай бәшмәктәрҙе киптерергә ярамай, улар барыбер тәм сифаттарын юғалта һәм токсиндар бүлеп сығара башлай.

- Өйгә ҡайтҡас, бәшмәктәрҙе берәмтекләп айырырға кәрәк, өҫтәүенә, шунда уҡ, оҙаҡҡа һуҙмайынса. Бәшмәктәрҙе айырып бөткәс, уларҙы бер сәғәткә тоҙло һыуыҡ һыуға һалығыҙ, был артыҡ “ҡунаҡтар”ҙы ҡыуып ебәрер.

- Бәшмәктәрҙе яҡшылап һәм ышаныслы температура режимында эшкәртергә кәрәк!

 

Бәшмәктәрҙе хәүефһеҙ йыйыуға 10 кәңәш

1. Бәшмәкте пластик пакеттарға йыймағыҙ, юғиһә бәшмәктәр тиҙ боҙола һәм ватыла. Уларҙы йыйыу өсөн яҡшы тырыз кәрзин кәрәк, ул һауаны үткәрә.

2. Хатта 100 процентҡа түгел, ә 200 процентҡа бәшмәктең ағыулы булмауына ышанырға кәрәк. Билдәһеҙ сорттарҙы һәм бик йәш бәшмәктәрҙе йыймағыҙ. Шулай уҡ иҫке, йомшаҡ, һыулы һәм иҫкергән бәшмәктәрҙе йыймағыҙ. Хатта ашарға яраҡлылары ла, был хәлдә, ағыуланыуға килтереүе ихтимал.

3. Әгәр һеҙ тәжрибәле бәшмәксе булмаһағыҙ, эшләпә аҫтындағы аяҡлы бәшмәктәрҙе генә йыйығыҙ. Улар араһында үлемесле ағыулы сорттары юҡ.

4. Үҙегеҙ менән бәшмәктәрҙе билдәләүсе атлас алығыҙ. Үҫеп килгән “шәхесте” иллюстрациялағы менән сағыштырығыҙ. Әгәр ҙә һеҙҙә шиктең бөртөгө булһа ла, уға теймәгеҙ.

5. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, бәшмәк бешерелгән һыуға бергә һалынған ҡара төҫтәге көмөш сәй ҡалағы йәки әҙерләгәндә буялған һуған бәшмәктең ашарға яраҡлы йәки ағыулы булыуын раҫламай. Был - миф. Әсе бәшмәктәр ҙә һәр ваҡыт үлемесле ағыулы түгел. Киреһенсә, тәме тәмле булған бәшмәктәр араһында бик ҡурҡыныс ағыулылары бар. Мәҫәлән, “урман үлеме” тип аталған мухомор татлы һәм тәмле.

6. Юл ситтәрендә, етештереү предприятиелары янында, соҡорҙарҙа йәки урман ситендә үҫкән бәшмәктәрҙе йыймағыҙ. Бшмәктәр ауыр металдарҙы һәм башҡа ағыулы матдәләрҙе еңел һеңдерә.

7. Бәшмәк йыйыу өсөн уңайлы кейем кейегеҙ, үҙегеҙ менән куртка йәки ямғыр плащы алығыҙ. Шулай уҡ бейек аяҡ кейемен кейегеҙ. Бында үҙегеҙгә уңайлылыҡ тураһында ғына түгел, ә талпандарҙан һәм йыландарҙан һаҡланыу тураһында ла хәстәрләгеҙ.

8. 12 йәшкә тиклемге балаларға ҡыҙҙырылған бәшмәк бирмәгеҙ. Бәшмәктәр - ауыр аҙыҡ, уларҙы ашҡаҙан-эсәк юлы менән проблемалары булған кешеләр ашарға тейеш түгел.

9. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, бәшмәк менән ағыуланыу ҡорбандары араһында тәжрибәле бәшмәкселәр ҙә бар!

10. Әгәр бәшмәк ашағандан һуң күңел болғаныу, ашҡаҙан ауыртыу, температура күтәрелеү, эс китеү, йөрәк ритмы боҙолоу, күҙ ҡараһы ҙурайған булһа, был ағыуланыуҙың тәүге билдәләре булырға мөмкин. Шунда уҡ табип саҡырығыҙ!

 

Бәшмәк менән ағыуланған осраҡта:

- айырыуса иғтибарҙы экологик шарттар насар булғанда ашарға яраҡлы бәшмәктәрҙең дә ағыулы булыу ихтималлығына йүнәлтергә кәрәк. Сәнәғәт предприятиелары, химия комбинаттары, автомобиль трассалары янында үҫкән бәшмәктәрҙе йыймағыҙ. Сөнки унда һыуға һәм атмосфераға ағыулы матдәләр сығарыла, бәшмәктәр кеше һаулығы өсөн зарарлы булған терегөмөш, ҡурғаш, кадмий, башҡа ауыр металдарҙы үҙенә һеңдерә;

- бәшмәк менән ағыуланыуҙың тәүге билдәләре 12-14 сәғәттән һуң ғына барлыҡҡа килергә мөмкин. Әгәр ашығыс саралар күрелмәһә, ағыуланғандан һуң ике-өс тәүлек үткәс кенә дауалау бик ҡатмарлы һәм ҡайһы берҙә файҙаһыҙ була.

 

Бәшмәк менән ағыуланғанда ашығыс ярҙам:

-           ашҡаҙанды йыуырға;

-           ауырыуға бер-бер артлы 5-6 стакан һыу (яҡшыраҡ сода менән) йәки көсһөҙ (һары-алһыу) марганцовка эретмәһе эсергә бирергә. Һуңынан, бармаҡ йәки ҡалаҡ менән телдең тамырына баҫып, ҡоҫоп торорға. Был процедураны 3-5 тапҡыр ҡабатларға кәрәк;

-           ауырыуҙы карауатҡа һалырға һәм уны йылылыҡ менән уратып алырға;

- уға өҙлөкһөҙ йылы эсемлек бирергә, ә бөтөнләй хәле булмағанда ҡаты сәй эсерергә;

- шунда уҡ медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә.

 

Рәсимә СӘЛИХОВА әҙерләне.

ФОТО:https://krasivoe-foto.ru/photo/%D1%84%D0%BE%D1%82%D0%BE-%D0%B1%D1%8B%D0%BB%D0%B8-%D0%B3%D1%80%D0%B8%D0%B1%D1%8B-%D0%B3%D1%80%D0%B8%D0%B1%D1%8B/

Автор: Расима Салихова
Читайте нас