66 йәшлек ҡатындың мессенджерына әхирәтенән үтескә аҡса биреп тороуын һорап һәм ниндәй карта номерына күсерергә кәрәклеге тураһында хат килә. Бындай үтенес ҡатынды аптыратмай һәм ул күрһәтелгән иҫәпкә 50 мең һум аҡса ебәрә. Әммә тиҙҙән ғариза биреүсене шик борсой башлай һәм ул әхирәтенә шылтырата. Ул бер ниндәй ҙә аҡса һорамауын, ә уның мессенджерын мутлашыусылар "ватыуын" әйтә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: зыян күреүсе педагог булып эшләй һәм уның эш урынында полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан бер нисә тапҡыр мутлыҡ схемалары тураһында иҫкәртеү әңгәмәләре үткәрелгән. Ҡатын әйтеүенсә, бындай енәйәттәр тураһында ул яҡшы таныш, шулай ҙа әхирәте менән хат алышыу бөтөнләй шик тыуҙырмаған.
Тирлән ауылынан 65 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ кеше шылтырата, ул үҙен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре тип таныштыра һәм уның исеменә кемдер законһыҙ рәүештә кредит алырға маташа, тип хәбәр итә. Артабан мессенджер аша ғариза биреүсе менән "банк хеҙмәткәре" һөйләшкән. Әңгәмәсе ҡатынды элеккеһен ғәмәлдән сығарыу өсөн икенсе кредит алыу кәрәклегенә ышандыра. Күп йылдар иҡтисадсы булып эшләгән ауыл ҡатыны таныш булмаған кешегә ышана һәм банктың ҡала бүлексәһенә бара. Шул уҡ ваҡытта һәр ваҡыт енәйәтселәр менән бәйләнештә була һәм уларҙың бөтә күрһәтмәләрен үтәй. Банктың ысын хеҙмәткәре уның ҡылығына шикләнеп, клиентты мутлашыусылар тураһында иҫкәртә, әммә ғариза биреүсе уны тыңламай һәм барыбер йортто ремонтлау һылтауы менән 450 мең һум күләмендә кредит ала. Был аҡсаны ул мутлашыусылар күрһәткән иҫәптәргә күсерә. Операцияны туҡтатыу мөмкин булмағас ҡына ханым иҫенә килә. Хатта зыян күреүсе полиция бүлегендә күрһәтмәләр биргәндә лә, уға енәйәтселәр шылтыратып, күберәк аҡса алырға маташа. Алдауҙары асыҡланғанын аңлап, улар трубканы ташлайҙар.
72 йәшлек ҡатын, биржала аҡсаһын арттырырға теләп мутлашыусыларҙың хәйләһенә эләгә. Уға инвестицияларҙан аҡса эшләү буйынса "ярҙамсы" шылтыратып, бер айҙан һуң процент менән аҡса ҡайтарырға тәҡдим итә. Ир кешенең әҙәпле һәм ышандырырлыҡ итеп һөйләшеүе оло йәштәге ҡатында ышаныс тыуҙыра. Уның контроле аҫтында ул кредит алып, икенсе кешенең иҫәбенә 285 мең һум аҡса ебәрә. Пенсионер ҡатын шулай уҡ 400 мең һумлыҡ заем алып, уны сит кешегә күсерергә әҙер була, әммә, бәхеткә күрә, уны ейәнсәре туҡтата һәм өләсәһенең кем менән эш итеүен аңлата. Зыян күреүсе әйтеүенсә, элек туғандары уның менән күп тапҡырҙар мутлашыусылар тураһында һөйләшкән, әммә, ниңәлер, ул уларҙы тыңламаған.
Был факттар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған һәм тикшереүҙәр бара.
Полиция граждандарҙы Интернет менән бик һаҡ булырға, шулай уҡ телефон аша йәки мессенджерҙарҙа билдәһеҙ кешеләр менән аралашҡанда һаҡлыҡ күрһәтергә саҡыра. Тиҙ байыу вәғәҙәләренә ышанмағыҙ. Банк карталарығыҙҙың шәхси мәғлүмәттәрен бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ һәм сит кешеләргә аҡса күсермәгеҙ.
Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.
ФОТО:https://rv-news.ru/policejskie-volgodonska-raskryli-krazhu-denezhnyh-sredstv-s-karty/