Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Август , 15:27

Кишерҙән икра

Кәрәк: 800 г кишер, 300 г помидор, 3 теш һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы шәкәр, ярты аш ҡалағы тоҙ,  1 аш ҡалағы 9%-лы һеркә, 3 аш ҡалғы көнбағыш майы.

Кишерҙән икра
Кишерҙән икра

Кишерҙе таҙартып, ҙур булмаған киҫәктәргә турағас блендер һауытына һалып (йәки ит турағыс аша) ваҡларға. Артабан айырым һауытта помидорҙарҙы ла ошо уҡ ысул менән иҙергә. Һарымһаҡты иҙергә, йәки ваҡ ҡырғыс аша үткәрергә.

Тәрән табаға, йә иһә кәстрүлгә кишерҙе һалырға, өҫтөнә 2-4 аш ҡалғы көнбағыш майы ҡойорға ла, тоҙ, шәкәр өҫтәп 15 минут һүрән утта быҡтырырға. Унан һуң помидор пюреһын өҫтәп, йәнә 10 минут бешерергә. Массаға һеркә ҡушҡас йәнә 10 минут ҡайнатырға. Стерилләнгән банкаларға эҫе килеш тултырып ябырға.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас в