Дөйөм мәҡәләләр
29 Сентября 2023, 09:17

Мутлашыусылар “тоҙағы”на эләккәндәр

Белорет районында ышаныслы пенсионер ҡатын мутлашыусыларға ике миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.

Мутлашыусылар “тоҙағы”на эләккәндәрМутлашыусылар “тоҙағы”на эләккәндәр
Мутлашыусылар “тоҙағы”на эләккәндәр

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә Инйәр ауылында йәшәгән 64 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Күҙ йәштәрен тыя алмаған ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәренә ире менән бәләгә тарығанын әйтә. Мөрәжәғәт итеүсенең әйтеүенсә, улар телефон мутлашыусыларына ышанған һәм 2,5 миллион һум самаһы аҡсаны башҡаларҙың иҫәбенә күсергән.

Ғариза биреүсе 8 сентябрҙә үк телефонына шылтыратыу килеүен һөйләй. Ир үҙен "тәфтишсе" тип таныштыра һәм пенсионер ҡатын һәм уның ире исеменән күрше дәүләттең иҫәбенә аҡса күсереүҙәр килә, тип хәбәр итә. Шылтыратыусы әйтеүенсә, был дәүләткә хыянат итеү булып тора. Бер нисә сәғәт буйына әңгәмәсе ауыл ҡатынын енәйәт эҙәрлекләүҙәре, өйҙә тентеүҙәр менән ҡурҡыта, уның ысын енәйәтселәрҙе тотоу буйынса оператив-эҙләү сараларында ҡатнашыуына ышандыра. Шылтыратыусы даими рәүештә бәйләнештә була, һөйләшеүҙе өҙөүҙе һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеүҙе тыя. Видеоэлемтә аша енәйәтсе хатта тотош спектакль уйнай, РФ-һының тәфтиш комитеты хеҙмәткәре формаһын һәм папкаһын күрһәтә. Аңһыҙланған ир менән ҡатын таныш булмаған кешенең һүҙҙәренә ышана һәм уның күрһәтмәләренә буйһона башлай.

Башта ул уларҙың кәрәҙле элемтә салонына барып, смартфон, билдәле бер операторҙарҙың ике сим-картаһын һатып алыуын, бер нисә ҡушымта ҡуйыуын талап итә. Ауылдан ҡалаға 90 саҡрым юл үтеп, пенсионерҙар был шартты үтәй. Һуңынан “юстиция псевдо-майоры” ҡорбандарын төрлө банктарҙың бүлексәләренә кредиттар алыу өсөн ебәрә башлай. Ҡайһы берҙәрендә уларға кире ҡағалар, ә икенселәрендә аҡса бирелә, сөнки клиенттар банк менеджерҙарын алынған кредиттың маҡсаттары тураһында алдап йөрөй. Сираттағы кредитты рәсмиләштереү өсөн зыян күреүсегә хатта үҙ автомобилен залогҡа ҡалдырырға тура килә. Һуңынан әңгәмәсенең талабы буйынса ул банкомат аша күрһәтелгән картаға 2,5 миллион кредит аҡсаһын күсерә.

Ғариза биреүсе әйтеүенсә, ире менән мутлашыусылар менән эш итеүҙәре ихтималлығы тураһында уларҙы кредит биргән банк хеҙмәткәрҙәре иҫкәрткән. Бынан тыш, элек туғандары ир менән ҡатынға енәйәтселәр тураһында хәбәр иткән, улар был темаға киң мәғлүмәт сараларында күп баҫмалар уҡыған. Һөҙөмтәлә, телевидениела сираттағы сюжетты ҡарағандан һуң, пенсионерҙар алданғанлыҡтарына шикләнә башлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса тәфтиш бүлеге РФ-һының Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө буйынса эш ҡуҙғатты.

Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы таныш булмаған кешеләрҙең, шул иҫәптән кредит ойошмалары һәм көс структуралары хеҙмәткәрҙәренең телефон талаптары буйынса аҡса күсермәҫкә саҡыра. Әгәр телефон аша һөйләшеүҙә һеҙгә банк иҫәбе менән бәйле проблемалар тураһында хәбәр итһәләр, аралашыуҙы тамамлап, яҡындағы банк бүлексәһенә йәки полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.

Хөрмәтле белорет халҡы, әгәр шикле шылтыратыуҙар килһә, һеҙҙә был мутлашыусылар түгелме, юҡмы икәнлегенә шик тыуһа, дежур частың 8-999-741-11-52, 102 йәки 8-965-648-65-44 телефоны буйынса аңлатма һорап мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас