

Эйе, һуңғы кәбисә йылы барыбыҙҙың да иҫендә – 2020 йылда донъяны коронавирус пандемияһы тетрәтте. Быны осраҡлы тура килеүгә һанап, яҡшыға юрайыҡ. Яңы йылға ингәндә позитив ҡарашта булыу бик мөһим! Кәбисә йылы йылмайып тороусы оптимистарҙы ярата. Ә һәр ваҡыт ҡаштары йыйырылғандарҙы өнәмәй.
Шулай ҙа ҡайһы бер киҫәтеүҙәргә иғтибар итегеҙ! Бындай йылда ниндәйҙер ҙур эштәргә тотонорға, үҙгәрештәр индерергә ярамай. Өйләнешеү ҙә хәйерле булмай, тип һанайҙар.
Киләһе йыл тотороҡлоҡ ярата. Быйыл башланған эштәрҙе һайлап ҡына дауам итергә кәрәк булыр. Көнсығыш календарында Яңы йыл һәр ваҡыт төрлө даталарҙа башлана. Был юлы Аждаһа батшалыҡты 10 февралдә аласаҡ. Ә алдағы йылдың 28 ғинуарында уның хаҡимлыҡ ваҡыты тамамланасаҡ. Мифологик зат бик шәфҡәтле, шуға уның килеүен алдан билдәләүебеҙгә һис тә асыуланмаҫ.
Яңы йылды ҡаршылағанда йәшел, ҡыҙыл, алтынһыу төҫтәргә өҫтөнлөк бирегеҙ. Ә өҫтәлегеҙҙә янып торған ҡыҙыл емештәр булыу хуплана.
Аждаһа – көслө зат, ул маҡсатлыларға уңыш алып килә. Йыл хужаһы бик зирәк тә. Ул конфликттарға инмәҫкә, компромистар табырға кәнәш итә. Ә бына бурыстарҙан һәм кредиттарҙан ҡотолорға тырышығыҙ. Аждаһа “артыҡ ҡойроҡтар”ҙы өнәмәй...
Фото: giffs.ru