

Тауыҡ итен ваҡлап турап тәрилкәгә йәйегеҙ. Уның өҫтөнә майонездан сетка эшләгәс, ваҡ итеп туралған йомортҡаны һалабыҙ. Йәнә майонез сеткаһы эшләйбеҙ. Помидорҙарҙы ваҡлап турап, артыҡ һыуын һөҙгәс, киләһе ҡатламға һалабыҙ. Майонез сеткаһы эшләгәс, эре ҡырғыс аша үткәрелән сырҙы һибәбеҙ. Салаттың өҫтөнә майонез яҡҡас, сухари эшләргә тотонабыҙ.
Табаға май, ҡырғыстан үткәрелгән һарымһаҡ, паприка һәм тәмләткестәрҙе һалып болғатабыҙ. Ҡыҙғас, шаҡмаҡлап туралған икмәкте һалып 1-2 минут ҡыҙҙырып алабыҙ. Сухари һыуынғас, салат өҫтөнә матурлап теҙегеҙ. Салатҡа үҙенсәлекле тәм биреү өсөн еңелсә ҡыҙҙырылған мәк һибергә була.