

Ул республика Башлығы Указы менән башҡорт телен һәм милли башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү, популярлаштырыу маҡсатында 2019 йылдан, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә үткәрелә.
Ошо уңайҙан Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡала лицей-интернаты уҡыусылары менән берлектә “Ҡурай уйнаған ерҙә” исемле шиғри ҡунаҡ бүлмәһе үткәрелде.
Сарала китапханасылар Әлфиә Зәбирова һәм Зөлфиә Харисова уҡыусыларға Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙарын уҡыны, уның тормош юлына ҡыҫҡаса байҡау яһаны.
Шулай уҡ VI һәм VIII класс уҡыусылары өсөн ярыш ойошторолдо. Беренсе һәм икенсе турҙа уҡытыусы Илүзә Хәлилова башҡорт теле, Башҡортостан Республикаһы буйынса уҡыусыларҙың белемдәрен һынаһа, өсөнсө турҙа китапханасылар Аҡмуллаға бәйле һорауҙар бирҙе.
Сара һуңында уҡыусылар Мифтахетдин Аҡмулла ижадына арналған шиғри флешмобта ҡатнашып, уның “Нәсихәттәр” шиғырын уҡыны.