Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Декабрь 2023, 11:52

2024 йылды нисек ҡаршы алырға?

Көнсығыш йондоҙнамәһе фаразлауынса, Аждаһа йылы күптәргә үҙгәрештәр килтерәсәк яңы дәүергә аяҡ баҫабыҙ.

2024 йылды нисек ҡаршы алырға?
2024 йылды нисек ҡаршы алырға?

Йомшаҡ, өлгөлө ғаилә башлығы һәм йорт хужаһы Ҡуяндан айырмалы рәүештә, Аждаһа амбициялар менән тулы һәм яңы тәьҫораттарға ынтыла, хатта үҙенең көнкүрешен дә сағыу итергә тырыша.

Аждаһаның шаушыулы характерын киләһе йылда уға төшкән ағас стихияһы һәм йәшел төҫ йомшартасаҡ, шуға күрә тотороҡлолоҡто артабан да һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.

Аждаһа йылын ниндәй төҫтә ҡаршыларға?

Сағыу төҫлө Аждаһаны нескә тондар менән мауыҡтырып булмай. Ул һутлы тондарҙы һәм күҙгә ташланған комбинацияларҙы өҫтөн күрә. Мәҫәлән, утлы ҡыҙыл, ҡояшлы һары һәм алтын, ҡыҙғылт һары, йәшелдең һәр төрө - асыҡ бөтнөктән алып ҡара урман мүгенә тиклем. Ә бына зәңгәрҙән ҡасырға кәрәк, уның урынына фирүзә, сапфир һәм диңгеҙ тулҡыны төҫтәрен һайларға кәрәк.

Аждаһа ялтырауыҡ ярата, шуға күрә яҡтылыҡ нурҙарында сағылған быяла шарҙар һәм ваҡ мишура, ҡиммәтле металдар менән ҡойолған яһалма сәскәләр һәм төрлө төҫтәге гирляндаларҙы ҡулланырға була.

Император табыны

Ашъяулыҡ һайлағанда, парадлы аҡ төҫкә йәки Аждаһа яратҡан ҡыҙылға өҫтөнлөк бирегеҙ. Уларҙы йәшел һәм  алтын менән тулыландырырға мөмкин. Алтынды декорға һәм сервировкаға ғәҙәттәгенән ҡыйыуыраҡ индерергә рөхсәт ителә.

Бәләкәй, әммә сағыу акценттарға мотлаҡ мөрәжәғәт итегеҙ: төҫлө туҡыма салфеткалар йәки биҙәкле плейсмат; аш-һыу һәм емеш-еләк өсөн нәфис ҡатлы һауыттар... Өҫтәл табынында Аждаһаның төп символы - ут булыуын  тәьмин итеүсе бер нисә шәм тороуын хәстәрләгеҙ! Тағы ла көнсығыш стилендәге һауыт-һаба, мәҫәлән, ағас таҡтанан йәки һәүерташтан эшләнгән аҫлыҡта суши-ролдар бик урынлы элемент булып торор. Ул эстетик, экзотик, практик яҡтан да маҡсатҡа ярашлы булыр: һеҙ ҡунаҡтарға азия аш-һыуы тәҡдим итеп, байрам рухында менюҙы төрләндерәһегеҙ.


Яңы йыл байрамына нисек меню төҙөргә?

Яңы йыл байрамына тиклем 2-3 аҙна алдан нимә әҙерләргә кәрәклеге тураһында уйлана башларға кәңәш итәбеҙ, шуға күрә ҡыҙыҡлы рецептар һәм уларға аҙыҡ-түлек эҙләү өсөн ваҡытығыҙ күп ҡаласаҡ. Бында мул һыйлы ысын банкет талап ителә: һутлы ит, хуш еҫле ҡош ите, балыҡ, ә гарнир сифатында төрләндереп дөгө һәм тәмләткестәр (бигерәк тә “ут менән һуларға” мәжбүр иткән киҫкен тәмләткестәр) яраҡлы. Консервалар һәм туңдырылған аҙыҡ-түлек ҡәтғи тыйыла: Аждаһа тәбиғәте менән йыртҡыс, айҙар һәм йылдар буйы һаҡланған әйберҙе түгел, ә яңы ғына бешерелгән аҙыҡты өҫтөн күрә.

Өҫтәлдә емеш-еләккә урын табығыҙ, улар араһында цитрус, бигерәк тә әфлисун һәм мандарин өҫтөнлөк итергә тейеш, ә аш-һыу өсөн ҡыҙыл балыҡ йәки ғәҙәти булмаған һауытта ыуылдырыҡ менән канапе тәҡдим итегеҙ.

Аждаһа йылын ниндәй кейемдә ҡаршыларға?

Ялған тыйнаҡлыҡ тураһында онотоғоҙ, кейемегеҙҙең төҫтәре сағыуыраҡ, ә образығыҙ ҡыйыуыраҡ булған һайын яҡшыраҡ. Синтетиканан ебәк, бәрхәт, шифон һәм атлас файҙаһына баш тартығыҙ.

Тәҡдим ителгән төҫтәр:
- ҡыҙыл төҫ бәхет һәм яңы өмөт тигәнде аңлата;
- алһыу - ул наҙ һәм яңылыҡ, бәхет символы, яуыз рухтарҙан һаҡланыуҙа (әммә ир-егеттәр уны үҙ гардеробына әүҙем индерергә тейеш түгел, сөнки ҡатын-ҡыҙ төҫө тип һанала).
- шәмәхә - тәрән һәм бай, романтика һәм мөхәббәт менән бәйле, аҡса, зиннәтле тормош һәм юғарылыҡ тураһында һөйләй.

Аждаһа йылын аҡ, ҡараһыу, шоколад төҫөндәге кейемдә ҡаршылау рөхсәт ителмәй.

Хәҙер һеҙ Аждаһа йылын нисек ҡаршыларға, бүлмәне нисек биҙәргә, йыл хужаһын ҡыуандырыр өсөн өҫтәлгә нимә бирергә һәм нисек кейенергә кәрәклеген беләһегеҙ. Кәңәш: еңдәрҙе төрөп ижад итә башлау, байрам алды процесынан мөмкин тиклем күберәк ләззәт алыу. Беҙҙең заманда тауарҙар шул тиклем киң ассортиментлы, был иң ижади идеяны тормошҡа ашырырға, ваҡ-төйәк деталдәрҙе уйларға һәм шатлыҡ менән балҡып торған атмосфера булдырырға мөмкинлек бирә.

Автор: Расима Салихова
Читайте нас