

Уның төҫө сағыуыраҡ булған һайын, составында бета-каротин күберәк була. Ә был - иммун системаһы өсөн беренсе ярҙам. Ул йөрәк өсөн дә файҙалы, унда йөрәк мускулын нығыта торған калий күп.
Был емеште ашҡаҙан ауырыуы, гастрит булған кешеләргә бик һаҡ ҡулланырға кәрәк. Шуны иҫтә тотоғоҙ: ас ашҡаҙанға мандарин ашарға ярамай. Ҡабығын сәйгә һалып эсергә яратыусылар сит илдән килтерелгән мандариндарҙың сәләмәтлеккә зыян килтереүсе төрлө саралар менән эшкәртелеүен дә онотмаҫҡа тейеш. Тышы ялтырап торған емештең ҡабығын ҡулланырға ярамай. Диетологтар сәләмәтлеккә зыян килтермәйенсә көнөнә нисә мандарин ашарға мөмкин булыуы тураһында кәңәштәр бирә. Улар әйтеүенсә, көнөнә 2-3 мандарин ашарға мөмкин. Әлбиттә, кемдер уны яртышар килограмм да ашай ала, әммә был кешенең көнгә күпме шәкәр ҡулланыуына һәм уның сәләмәтлегенә бәйле.
Фото: ru.wallpaper.mob.org