Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Декабрь 2023, 16:49

Яңы йылға ырымдар, юрауҙар

► Байрам алдынан бурыстарҙы биреү йолаһы бар. Шулай итеп, һеҙ Яңы йыл кәйефен яҡшыртып ҡына ҡалмаясаҡһығыҙ, ә киләһе йылға финанс хәлегеҙҙе яҡшыртасаҡһығыҙ.

Яңы йылға ырымдар, юрауҙар
Яңы йылға ырымдар, юрауҙар

Борон-борондан шыршы изге рухты һынландыра тип иҫәпләнгән. Шуға күрә изге ағасты торлаҡҡа алып киләләр, биҙәйҙәр. Биҙәүестәр сифатында тормошта етмәгән әйберҙәрҙе ҡулланғандар. Йыш ҡына был теләктәрҙе һынландырған тәм-томдар,тәңкәләр, уйынсыҡтар булған.
Байрам алдынан йорттарҙы йыйыштыралар һәм иҫке әйберҙәрҙән ҡотолалар. Мотлаҡ ватылған һауыт-һабаны һәм ярсылған көҙгөләрҙе ырғыталар.
Киләсәктә буш өҫтәл менән ҡалмаҫ өсөн, Яңы йыл алдынан аҡса эшләү фарыз.
Утҡа ҡағылышлы бүләктәрҙе бирмәҫкә тырышалар. Бында мангалдар, ҡабыҙғыстар, усаҡ өсөн әйберҙәр инә. Был йортҡа янғын килтереүе ихтимал тип иҫәпләнә.
Яңы йыл байрамын яңы кейемдә үткәрергә кәрәк. Был биҙәүестәр һәм макияжға ла ҡағыла. Башҡаларҙың кейемен алырға ярамай, был йортҡа бурыстар йәлеп итә.
Бәхет өйҙән сыҡмаһын өсөн байрам көнөндә килгән ҡунаҡтарҙы йылмайып һәм шатланып ҡаршы алырға кәрәк.
Байрам өҫтәленән ҡалған аҙыҡты ташларға ярамай. Уны таныштарға таратыу яҡшыраҡ. Әгәр быны эшләмәһәгеҙ, башҡаларҙың проблемаларын үҙеңә йәлеп итергә мөмкин, уларҙы хәл итеү ауыр буласаҡ.
Аждаһа, әгәр уның символы менән копилканы күренеп торған урынға ҡуйһаң, өйгә аҡса алып килә. Унда көмөш тәңкәләр һәм ҙур купюра һалырға кәрәк. Муллыҡты йәлеп итеү өсөн сувенир тәңкә һалалар. Уға даими рәүештә аҡса өҫтәгеҙ.

Автор: Расима Салихова
Читайте нас