Дөйөм мәҡәләләр
12 Января 2024, 10:08

Ҡан баҫымын төшөрөүҙең 14 ысулы

Дарыуҙар артериаль ҡан баҫымын төшөрә. Әммә ваҡытлыса ғына. Гипертонияны тулыһынса еңер өсөн, йәшәү рәүешен үҙгәртергә кәрәк. Нисек итеп?

Ҡан баҫымын төшөрөүҙең 14 ысулыҠан баҫымын төшөрөүҙең 14 ысулы
Ҡан баҫымын төшөрөүҙең 14 ысулы


Кәүҙә ауырлығын контролдә тоторға

Ул ай һайын үлсәп торорға тейеш. Артыҡ “кило”лар ҡанда холестерин күләменең артыҡ булыуы ихтималлығын күрһәтә. Ә был йөрәк-ҡан тамырҙарына зыян килтерергә мөмкин.


Углеводлы ризыҡтарҙы күп ашамағыҙ

Төрлө тәмлекәстәрҙә һәм баллы эсемлектәрҙә, аҡ икмәктә, фастфудта, ярымфабрикатта, колбаса ризыҡтарында углеводтар организмда тиҙ үҙләштерелә һәм май туҡымаһына әүерелә.


Тоҙҙо сикләргә

Тоҙҙо көнөнә 1 сәй ҡалағынан күберәк ҡулланыу организмда шыйыҡса тотолоуға, шешенеүгә, йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә насар йоғонто яһарға мөмкин.


Кофеинды кәмет

Шулай уҡ кофеинлы эсемлектәрҙе аҙ ҡулланырға тырышығыҙ. Ҡәһүәне генә түгел, ҡаты сәй, энергетиктар ҙа.

Аҡһым һәм клетчатка

Аҡһым һәм клетчаткаға бай аҙыҡтарҙы (майһыҙ ит, балыҡ, эремсек, борсаҡ йәки фасоль, йәшелсә, йәшел тәмләткестәр) көндәлек менюнан төшөрмәү гипертония хәүефен 60 процентҡа тиклем кәметә.

Омега-3

Йөрәктең сәләмәтлеге өсөн омега-3, омега-6, омега-9 майлы кислоталарҙы даими ҡулланыу зарур. Улар балыҡ һәм диңгеҙ продукттарында, йомортҡала, үҫемлек майында, фасолдә, кәбеҫтәлә, брокколила, шпинатта бар.


Ҡан тамырҙарын нығытыу

Ҡан тамырҙары ныҡ һәм һуҙылмалы булһын өсөн калийлы продукттар: ҡарабойҙай, борсаҡ, алма, банан, цитрус емештәре, ҡабаҡ, картуф, баклажан, кишер, помидор, бәшмәк, киптерелгән емеш, көнбағыш, бал ашарға кәрәк.

Менюға һарымһаҡ өҫтәү

Һарымһаҡта ҡанды шыйыҡландырыусы һәм тромбтарҙы иретеүсе аллицин матдәһе бар. Шуға күрә бөтә аш-һыуға берәр тырнаҡ һарымһаҡ ҡушыу һәйбәт (аллергия булмаһа).

Какао эсергә

Какао йөрәкте нығытыусы магний, ҡан тамырҙарын киңәйтеүсе теобромин, инфаркт һәм инсультты иҫкәртеүсе полифенолдар бар. Шуға күрә табиптар көнөнә бер-ике ҡалаҡ әсе шоколад (горький) ашарға кәңәш итә.

 

Тәмәке тартыуҙан баш тартыу

Тәмәке тартыусының организмы никотинды эшкәртеү өсөн даими рәүештә тулы ҡеүәтенә эшләргә мәжбүр. Көсһөҙләнгән органдарҙа ҡан әйләнеше насарлана. Тимәк, тәмәке тартыуҙан баш тартмайынса ғына гипертониянан ҡотолоп булмай.

Стресҡа ҡаршы тороусанлыҡты арттырыу

Бәләкәй генә стресс та йөрәктең тибешен арттыра, ҡан тамырҙарына көс өҫтәй. Был донъяла стрестан ҡотолоу мөмкин түгел, шуға күрә уны нисек еңеп сығырға икәнен белергә кәрәк. Был йәһәттән психологтар, йога кеүек саралар ярҙам итә.

 

Ял итеү

Нервы көсөргәнешлегенән ҡотолор өсөн тейешле ял кәрәк. Әммә компьютер йәки телевизор алдында түгел, ә тәбиғәт ҡосағында. Яратҡан шөғөл, дуҫтар, балалар, хайуандар менән аралашыу ҙа организмға әйтеп бөтөргөһөҙ ял бирә.

Дөрөҫ йоҡларға

Эш аҙнаһы дауамында йоҡоһоҙлоҡто ял көндәренә күсереү дөрөҫ түгел. Йөрәк, ҡан тамырҙары көсһөҙләнмәһен өсөн көн һайын 7-9 сәғәт йоҡларға кәрәк.

 

Үҫемлек төнәтмәләре

Ромашка, мәтрүшкә, ҡандала үләне (донник), кейәү үләненән (чабрец), бөтнөк, имбир, энәлек емештәре (боярышник), миләш йәки баландан төнәтмә яһап эсергә лә мөмкин.

 

Фото: cardiogid.ru

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас