Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Ғинуар 2024, 14:09

Берештә Яңы йыл матур башланды

Ҡуян йылын оҙатып, Аждаһа йылына ла аяҡ баҫтыҡ. Береш ауылында Яңы йыл байрамдары күнелле һәм тыныс үтте.

Берештә Яңы йыл матур башланды
Берештә Яңы йыл матур башланды

Мәҙәниәт усағы алдындағы әллә ҡайҙан балҡып торған шыршыҡай ауыл халҡына, килгән ҡунаҡтарға байрам кәйефе ѳҫтәне. Ҡупшы шыршы янында балалар көн һайын шау-гѳр килде. Ауылға ѳләсәй-олатайҙарына ҡайтҡан балалар ҙа унда ихлас уйнаны. Кескәй һәм мәктәп балалары өсөн "Яңы йылды ҡаршылау" байрамдары үткәрелде. Ә ауыл клубында инде байрам сараһы театрлаштырылған тамашалар - "Мәскәй әбей мажаралары" һәм "Ҡыш бабайҙы ҡаршылау" менән башланып китте. Йәш ҡыҙҙарҙың дәртле бейеүҙәренән һуң, моңло ҡурай көйө яңғыраны. Артабан ҡыҙыҡлы уйындар, лотерея уйнатылды. Байрам гармун көйөнә бейеүҙәр менән тамамланды.

Ә каникулда балалар ѳсѳн саф һауала ҡышкы уйындар үткәрелде. Тауҙан сана, саңғы шыуып рәхәтләнделәр. Ошо байрамды үткәреү өсөн Асы ауылы хакимиәте башлығы Фәйзүнә Әбдрәшитова күп көс һалды һәм бағыусылар ҙа тапты.

Әйткәндәй, Фәйзүнә Зиннур ҡыҙы һәр ваҡыт ауыл халҡының хәлен белешеп, ярҙамлашып тора. Хакимиәт башлығына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, уңыштар теләйбеҙ. Ауылыбыҙҙың эшҡыуары Гөлсиә Ғәйнитдиноваға, Берештамаҡтан Әлиә Рафиҡоваға ошондай байрам сараларынан ситтә ҡалмағандары ѳсѳн ауыл халҡы ҙур рәхмәттәр еткерә. Яңы йыл менән ҡотлап тик изге теләктәр теләйбеҙ! Барыһына ла һаулыҡ, ғаилә именлеге, шатлыҡ-ҡыуаныстар, донъялар тыныслығы һәм эштәрендә уңыштар юлдаш булһын!

Эльвира ҒӘЙНЕТДИНОВА, Береш ауыл клубы мөдире.

Автор: Расима Салихова
Читайте нас