Дөйөм мәҡәләләр
15 Января 2024, 06:30

Студенттың аҡсаһын урлаған

Полиция бүлегенә ғариза менән урындағы колледждың 19 йәшлек студенты мөрәжәғәт итә. Ул, таныш булмаған егетте үҙ йортона төн үткәрергә индергәндән һуң, 43 мең һум аҡсаһы юғалыуын һөйләй.

Студенттың аҡсаһын урлағанСтуденттың аҡсаһын урлаған
Студенттың аҡсаһын урлаған

Полиция хеҙмәткәрҙәре ғариза биреүсенең Карл Маркс урамындағы фатирҙа йәшәүен асыҡлай. Уға дуҫы шылтыратып, ситтән килгән танышын ваҡытлыса йәшәп торорға индереүен һорай. Студент ризалаша һәм сит кешене фатирына индерә.  Егеттәр танышырға өлгөрмәй, әммә зыян күреүсе яңы танышына ышаныс менән ҡарай. Иртән хужа уҡырға китә, ә ҡайтҡас, ҡунаҡтың юҡлығын, шулай уҡ аҡсаһының юғалыуын асыҡлай.

Егет әйтеүенсә, ул йәйге каникулда эшләп алған 43 мең һум аҡсаһын спорт сумкаһына йәшергән була. Студент яңы танышына шылтыратып, аҡсаһына тейгәнме-юҡмы икәнде асыҡларға теләй, әммә ул яуап бирмәй, ә һуңынан телефонын бөтөнләй һүндерә. Егет ярҙам һорап полицияға мөрәжәғәт итә.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар урлашыуҙа ғәйепләнеүсенең шәхесен асыҡлай. Ул бығаса енәйәт яуаплылығына тарттырылған Учалы районы Ғәлиәхмәр ауылынан 18 йәшлек егет булып сыға. Ул полиция бүлегенә килтерелә.

Һорау алыу барышында ғәйепләнеүсе эш эҙләп Белоретҡа килеүен һәм ҡапҡылау урынына урынлашыуын аңлата. Уға йәшәргә урын булмау сәбәпле, коллегаһына ваҡытлыса “мөйөш” табыуын үтенә. Танышы студент дуҫы менән һөйләшеп, торлаҡ мәсьәләһен хәл итә.

Сменаны эшләп бөткәс, ғәйепләнеүсе зыян күреүсенең фатирына килә, төндө шунда үткәрә, ә иртәнсәк шаурма әҙерләү уның өсөн түгел һәм тыуған ауылына ҡайтырға ваҡыт тип уйлай. Хужа колледжда булған саҡта ҡунаҡ өйҙө тентей башлай һәм сумка эсендә бер пачка аҡса таба. Уны кеҫәһенә һалып, такси менән өйөнә юллана.

Намыҫһыҙ ҡунаҡ әйтеүенсә, урланған аҡсаның 13 мең һумын ул әсәһенә роза букеты алыуға, 25 меңен бүләктәргә, ҡалғанын аҙыҡ-түлеккә, тәмәкегә һәм таксиға тотона. Туғандарына һәм дуҫтарына ул был аҡсаны намыҫлы хеҙмәт менән эшләнем тип алдай.

Был осраҡ буйынса тәфтиш бүлеге урлау тураһында енәйәт эше асты. Әлеге ваҡытта тикшереү тамамланған, материалдар судҡа тапшырылған.

Анна МИТЮШКИНА, тәфтиш бүлегенең бүлек начальнигы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас