Дөйөм мәҡәләләр
19 Января 2024, 07:03

Көнбағыш ашау «һуҡыр эсәккә» зыянлымы?

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Вишневский исемендәге хирургияның милли медицина тикшеренеү үҙәгенең абдоминаль хирургия бүлеге мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Андрей Кригер көнбағыш ашау аппендицит барлыҡҡа килеүгә сәбәп була алмай, тип белдергән.

Көнбағыш ашау «һуҡыр эсәккә» зыянлымы?Көнбағыш ашау «һуҡыр эсәккә» зыянлымы?
Көнбағыш ашау «һуҡыр эсәккә» зыянлымы?

Был хаҡта РИА Новости агентлығы хәбәр итә. «Көнбағыш һәм аппендициттың бер-береһенә бер ниндәй ҡатнашлығы ла юҡ», - тигән ул. Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә әлеге ауырыу барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын тыуҙырыусы факторҙар билдәле түгел. Табип әйтеүенсә, был сир күбеһенсә оло йәштәге кешеләрҙә осрай, шул уҡ ваҡытта уны йыш ҡына гинекология ауырыуҙары менән бутайҙар. Аппендицитты антибиотиктар менән дауалап булмай: әгәр диагноз дөрөҫ ҡуйылған икән, операция яһарга кәрәк. «Аппендицит — түҙә алмаҫлыҡ ҡаты ауырыу, тигән фекер киң таралған. Был дөрөҫ түгел. Әгәр ҡорһаҡта бысаҡ менән киҫкән кеүек, түҙеп булмаҫлыҡ ауыртыу барлыҡҡа килгән икән, был йыш ҡына енес органы перфорацияһы булырға мөмкин», - тип аңлатты белгес. Аппендициттың классик симптомдары – ҡорһаҡтың өҫтөндә йәки бөтә ҡорһаҡта ауыртыу барлыҡҡа килеү, уҡшытыу һәм ауыртыуҙың бер нисә сәғәттән һуң һуң ҡорһаҡтың уң яғында аҫҡы өлөшкә күсеүе. Әммә үҙ-үҙеңә диагноз ҡуйыу шөғәлләнергә ярамай – табипҡа күренергә кәрәк.

Фото: ketodietum.com

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас