Яҙыусының тормош юлына байҡау яһағанда, ул күп ауырлыҡтар күреп үҫә. Биш йәше тулмаҫ элек әсәһе Сәрбиямал донъя ҡуя, һуңғараҡ - атаһы. Тәүҙә Исмаҡай башланғыс мәктәбендә уҡый, һуңынан Инйәрҙә белем ала. Йәйге айҙарҙа иптәштәре менән алтын йыуырға йөрөй. Инйәр мәктәбен тамамлағас, тыуған ауылына ҡайтып эш башлай.
Һуғыш башланғас, 1942 йылда 17 йәшлек Яныбай хеҙмәткә китә. Тәүҙә уны Орск ҡалаһына уҡырға ебәрәләр, был уҡыу йортонан авиабелгес булып сыға. Белемле егетте радист, механик, хәрби самолеттарҙың технигы итеп ҡуялар.
Бөйөк Ватан һуғышынан Яныбай Хамматов II дәрәжә Ватан Ордены һәм бик күп миҙалдар менән бүләкләнеп ҡайта. һуғыштан һуң тағы ла Әүжән алтын приискыһында эшләй. Шул уҡ ваҡытта йәш эшсе район гәзитенә үҙенең тәүге мәҡәләләрен яҙып ебәрә.
Артабан Яныбай Хамматов Белорет комсомол райкомында инспектор, бүлек мөдире, беренсе сәркәтип булып эшләй, партия мәктәбендә уҡый һәм хәҙерге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай. Партия һәм совет органдарында эшләй. Бик бай материалдар йыйылһа ла, Яныбай Хамматов яҙырға ашыҡмай. Тик 1965 йылда 40 йәшендә яҙыусының тәүге китабы - “Бөртөкләп йыйыла алтын” романы донъя күрә. Роман башҡорт әҙәбиәт донъяһына, әйтерһең дә, тылсымлы бер яҙғы күкрәү булып килеп инә. Байтаҡ йылдар үткәс, 1994 йылда Яныбай Хамматовҡа пенталогияһы өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.
Бөтә Союз күләмендәге әҙәби конкурста еңеп сығып, Бөтә Союз профсоюздар үҙәк советының һәм СССР-ҙың Яҙыусылар союзы премияһын ала.
Ал-ял белмәй, үҙ-үҙен онотоп, күпме архив саңдарын йотоп, ул тарихи романдар яҙа. 1983 йылда “Төньяҡ амурҙары” баҫылып сыға. Беҙҙең ауылдашыбыҙ, композитор Заһир Исмәғилев әйтеүенсә, был әҫәр Лев Толстойҙың “Война и мир” китабына тиң. “Һырдаръя”, “Салауат”. “Ҡара яу”, “Башҡорттар китте һуғышҡа”, “Комбриг Мортазин”, “Тыуған көн” әҫәрҙәре халҡыбыҙҙың тарихын дөрөҫ сағылдырыуы менән әһәмиәтле.
Түңәрәк өҫтәлгә Сермән мәктәбенең V класс уҡыусылары, башҡорт теле уҡытыусылары - Зөлфиә Хәтиуллина һәм Ғәлиә Ялмырҙина саҡырылды. Китапханасылар балаларға яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында һөйләне, стендҡа ҡуйылған китаптар, документтар һәм яҙыусының ҡайһы бер шәхси әйберҙәре, “Төньяҡ амурҙары” роман-дилогияһын яҙыу өсөн архивтан алынған яҙмалар, көндәлек менән таныштырылды. Сара барышында ҡурай көйҙәре,“Башҡорттар китте һуғышҡа” йыры, видеофильмдарҙан өҙөктәр яңғыраны.
Яҙыусының ҡыҙы Гүзәл Яныбай ҡыҙының Аксаковтың “Ал сәскә” әкиәтен иллюстрациялау өсөн эшләгән ҡурсаҡ һарайы балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, уның проектының авторы һәм төҙөүсеһе - Алһыу Хамматова Яныбай Хаммат улының ейәнсәре.
Клуб хеҙмәткәрҙәренә һәм уҡытыусыларға хеҙмәттәшлек һәм бергәләп үткәрелгән сара өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Береһенән-береһе көслөрәк, тарихи ынйыларға бай, егерменән ашыу романы баҫылып сыҡҡан беҙҙең хөрмәтле яҡташыбыҙға "Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы" исеме бирелерм тип ышанабыҙ.
Зилә ФӘХРИСЛАМОВА, китапханасы.