Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Февраль 2024, 16:51

Китапханаға сәйәхәт

Китап уҡыуҙың яҡшы икәнлеген барыбыҙ ҙа беләбеҙ.

Китапханаға сәйәхәт
Китапханаға сәйәхәт

Ғөмүмән, китап - белем шишмәһе, тибеҙ. Балала китап уҡырға теләк булдырыу һәм ошо ҡыҙыҡһыныуҙы һүндермәү  маҡсатында ҡала лицей-интернатының I класс уҡыусылары өсөн ойошторолған осрашыу бик тә оҡшаны.

Балаларға Дауыт Юлтый исемендәге китапхана тураһында, абонемент һәм уҡыу залы бүлектәре, яҙылыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләп үткәс, китап фондтары буйлап сәйәхәт ойошторолдо. "Тыныслыҡ, гармония, бәхет - Ғаилә", "Беҙ төрлө, ләкин беҙ бергә", "Китап донъяһы - ул ғәжәйеп һәм ҡабатланмаҫ донъя!" исемле китап  күргәҙмәләре менән таныштылар. "Онотмағыҙ бабаларҙың тарихын һәм ижадын, йолаһын һәм йырҙарын" исемле күргәҙмә - музей балалар күңеленә хуш килде. "Бала саҡ иленән" исемле китап мөйөшөндә балалар башҡорт яҙыусыларының китаптары менән танышты.

Гүзәл Ситдикованың "Балапандар күккә ынтыла", Гөлнур Шәрипованың "Дуҫлыҡ көсө", Тимур Рәхмәтуллиндың "Тылсым эйәләре" исемле яңы китаптары тәҡдим ителеде.

Балалар менән әкиәт, хикәйәләр аша бала саҡ иленә сәйәхәт иттек. Изгелек, һөйөү, тәрбиә, философик ҡараш һәм уйҙар менән һуғарылған шиғырҙар уҡып ишеттерҙек. Гөлнур Шәрипованың "Китапхана" исемле хикәйәһен уҡып ишеттерҙек, китапхана тураһында ҡыҙыҡлы әңгәмәлә уҡыусы балалар ихлас ҡатнаштылар. Китапхана тураһында йәнһүрәт ҡаранылар.

Әлфиә Зәбирова, китапханасы.

 

Автор: Расима Салихова
Читайте нас