Дөйөм мәҡәләләр
28 Февраля 2024, 05:20

Һоло печеньеһы

Кәрәк: 100 грамм аҡ май, 1 стакан шәкәр,  2 йомортҡа,  1 стакан геркулес ярмаһы, 1 стакан он, ҡамырға ҡушырға йөҙөм, сәтләүектәр.

Һоло печеньеһыҺоло печеньеһы
Һоло печеньеһы

Май менән шәкәрҙе вилка менән иҙгеләргә. Унан йомортҡа, геркулес ярмаһы, кәрәк тиклем йөҙөм, сәтләүек, он ҡушып болғатабыҙ. Килеп сыҡҡан массанан түңәрәктәр эшләп,  печенье формаһына килтерәбеҙ.

Майланған табаға теҙеп, 200 градус эҫелектәге мейестә 15-20 минут бешереп алабыҙ.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас