Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Февраль , 14:23

Йылы осрашыу

Оло кеше йылы һүҙгә, йылы ҡарашҡа мохтаж. Уларға ҡарата кешелекле мөнәсәбәттәрҙе онотоп, ихтирамлы, иғтибарлы булаһы урынға, олоғайған ата-әсәһен ҡыйырһытҡан балалар ҙа етерлек.

Йылы осрашыу
Йылы осрашыу

“Йылы һүҙ – йән аҙығы” тип тиккә генә әйтмәгәндәр бит. Күпте күргән, күпте кисергән оло быуын кешеһенә йылы ҡараш күрһәтһәң, ул да көлә, балалар кеүек шатлана белә. Яҡындарын юғалтҡан ҡайғы, һағыштарынан да бер аҙға арынып ҡала.

22 февраль Сосновка ауылы мәҙәниәт йортонда ололар ҡатнашлығында уҙған матур сарала ошо күренешкә шаһит булырға тура килде лә инде. Был көндө ауылыбыҙҙың әүҙем ағинәйҙәре Сермән ауылы аҡһаҡалдарын ҡунаҡҡа саҡырҙы. Осрашыу оло ағайҙарҙы йырлап, буҙа менән һыйлап ҡаршы алыуҙан башланып китте. Ағинәйҙәр Сермәндән килгән Ғафар Ғәлиуллин, Илдус Ғәлиуллин, Мансур Ғаззалов, Ғәли Фәхретдинов һәм Шәрифулла Әүбәкиров ағайҙарҙы мәҙәниәт йорто, ағинәйҙәр бүлмәһе, музей менән таныштырып сыҡты.  Һуңынан китапханала, түңәрәк өҫтәл артында, көнүҙәк хәлдәр тураһында фекер алышынды, файҙалы кәңәштәр әйтелде. Китапханасы Мөнирә Ғәйфуллина Ватанды һаҡлаусылар байрамына арналған викторина үткәрҙе. Аҡһаҡалдар ҙа, ағинәйҙәр ҙә викторина һорауҙарына, гүйә, уҡыусы балалар кеүек, кем уҙарҙан яуап ҡайтарҙылар. Ә фойела оло кешеләргә ярашлы ойошторолған төрлө уйындарҙа ҡатнашыусы аҡһаҡалдар йәштәрҙән, балаларҙан ҡалышмай шау-гөр килеп ярышты! Йыр-бейеү менән үрелеп барған уйындар тамамланғас, ағинәйҙәр тарафынан ир-егеттәргә байрам бүләктәре тапшырылды. Онотолмаҫлыҡ йылы аралашыуҙан күңелдәре күтәрелгән ололар сәй табынында ла ихлас әңгәмәләште. Сермән ауылы аҡһаҡалдары, үҙ сиратында, Сосновка ауылы ағинәйҙәрен ҡунаҡҡа саҡырҙы.

Сарала шулай уҡ Сосновка ауылы хакимиәте башлығы Айгөл Айрат ҡыҙы Минһажетдинова һәм ауылыбыҙҙың аҡһаҡалдары Ҡустыбай Муллағәләмов, Динислам Мусин, Шамил Йосопов, Мәүлит Кәримовтар ҡатнашты.

Мәүлит Кәрими.

Сосновка ауылы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: